Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика Башлығы ауыл халҡын ҡотлап мәҙәни тормошҡа әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған Ринат Сәйфетдинов, Рәсүл Һибәтуллин, Ғәҙел Иҫәнгилдин, Булат Буранғолов, Айса Сәлимов һәм Илмар Муралеевтың ғаиләләре менән осрашты. Улар барыһы ла үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына күрһәтелде.
Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, улдарына хәрби бурыс үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
“Һеҙҙең балалар – ысын геройҙар, улар үҙ бурысын намыҫ менән үтәне, Тыуған иле өсөн ғүмерҙәрен бирҙе. Батырҙар тураһында иҫтәлек һаҡлау, ата-әсәләре, ғаиләләре, балаларына ярҙам итеү – беҙҙең маҡсат”, – тине Радий Хәбиров.
Фото һәм сығанаҡ: "БАЙМАҠ" яҡташтар ойошмаһы.