+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
18 Февраль 2025, 11:50

Заманса әйтем-мәҡәлдәр

Тел менән эшләгәндең ҡулы ял итә.

Заманса әйтем-мәҡәлдәрЗаманса әйтем-мәҡәлдәр
Заманса әйтем-мәҡәлдәр

Өй түбәһе тишек булһа, ямғыр йышыраҡ яуа.
Аҡ кәбеҫтәгә ҡара кәзә лә ҡаршы түгел.
Шахматта иң ҡурҡыныс фигура – ферзгә әүерелгән пешка.
Ҡояш ҡына бул, тирә-яғыңда әйләнеүселәр табылыр.
Ныҡ күтәрелгән танау күҙҙе ҡаплай.
Аҡыллы хужа этенә ҡушылып өрмәҫ.
Төймә кәрәклеге ул өҙөлгәс кенә беленә.
Төпкә егелгән ат сыбыртҡыға яҡыныраҡ.
Тунһыҙға ҡыш йыш килгән кеүек.
Алға һикереү өсөн, бер аҙ артҡа сигенһәң дә була.
Аҡыл тәрәнлеге һаҡал оҙонлоғо менән үлсәнелмәй.
Ҡараңғыла күләгә булмай.
Һөйөү тойғоһонан мәхрүм генә күптәрҙе һөйә ала.
Тәрилкә ялаған бесәй: "Хужам менән бер һауыттан ашайбыҙ", – тип маҡтана, ти.Төтөн сығарыу янып эшләүҙе аңлатмай.
Дуҫтарың бейегән иҙәнгә борсаҡ һипмә.
Һаҙлыҡта серәкәй хужа.
Ҡыйыш ауыҙҙы алтын теш төҙәтә алмай.

Авторы: Ғәбит Садиҡов.

Сығанаҡ: "Тамаша" журналынан.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас