+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
28 Февраль 2025, 12:00

Хыялдар киләсәккә илтә

Был көндө ун беренселәр көтөп алды. Бөгөн улар үҙҙәренең ижади эштәрен яҡланы бит. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының директоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡова сараны асып:

Хыялдар киләсәккә илтәХыялдар киләсәккә илтә
Хыялдар киләсәккә илтә

– Хөрмәтле сығарылыш уҡыусылары! Бөгөн һеҙ ошо белем усағында уҡып, хыялығыҙҙы ҡағыҙға төшөрөп, өйрәнгән оҫталығыҙҙы күрһәтәсәкһегеҙ. Шуға барығыҙға ла матур итеп үҙ эшегеҙҙе яҡлап, яҡшы билдә алыуығыҙҙы теләйбеҙ, – тип изге һүҙҙәрен әйтеп, уңыштар теләне.

Һынауҙы Алина Хәсәнова башлап ебәрҙе. Ул «Киске мәшәкәттәр» сюжетлы композиция ижад иткән. Етәксеһе – Роман Сәйфуллин.

Аделина Йәнмырҙина «Өләсәйемдә ҡунаҡта» (етәксеһе – Зимфира Ғәлимова) һүрәтен төшөргәйне. Ҡыҙҙың күңелен һалып ижад иткәне күренеп тора. Жюри ағзалары ла: «Төҫтәрҙе дөрөҫ һайлаған, йәшел буяуҙы ла кәрәгенсә ҡулланып, һүрәтен гуашь менән төшөргән», – тип маҡтаны үҙен.

Һәр кем үҙенсә тырышҡан. Һоҡланғыс, ҡарап туйғыһыҙ эштәр күп ине. Оҫтарып алғандар. Ни тиһәң дә, һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында уҡыйҙар бит. Был белем усағында йылдан-йыл яңы таланттар үҫеп сыға.

Данис Исхаҡов «Еңеү байрағы» сюжетлы композицияһын махсус хәрби операцияға арнағайны. Ул ижад емешен ҡағыҙҙа гуашь менән эшләгән. Етәксеһе Илүзә Килсенбаева икән. «Һүрәттәрендәге ҡатмарлы төҫтәрҙе бик дөрөҫ ҡуллана белеүе лә – ҙур оҫталыҡ», – тине баһалама ағзалары.

Эйе, оҫта рәссам донъяны үҙенсә күрә, тоя, кисерештәрен ижады аша сағылдыра. Техник йәһәттән сығып ҡарағанда, бөтә кешене лә һүрәт төшөрөргә өйрәтеп була, ләкин тәбиғәттән һалынған һәләт кенә кешене бөйөк рәссам итергә мөмкин. Был уҡыусыларҙың һоҡланғыс хеҙмәттәрен күргәндән һуң, барыһынан да оҫта рәссам сығасаҡ, тип уйлап ҡуйҙым.

Ана, Сабина Булатованың – «Еләҫ ел» (етәксеһе – Роман Сәйфуллин), Әлиә Бикташевның – «Уҙып барған йәй» (Зимфира Ғәлимова), Арина Аҡбашеваның «Һыу инәһе» пейзажы (Наил Сөләймәнов), Арина Насирйәнованың «Никах» һүрәтен (Рәсимә Сәлихова), Айҙар Аҡмановтың мультипликация өсөн ағас менән быяланан эшләнгән станогын (Артур Радионов), Айлина Айытҡолова менән Ксения Артемёнконың (Ирина Хлесткина) үҙҙәре эшләгән ҡурсаҡтарын маҡтап бөткөһөҙ. Бар иҫ киткес ижади эштәрҙе абруйлы баһалама ағзалары ғәҙел баһаланы. Улар – жюри комиссия рәйесе, белем усағының һынлы сәнғәт буйынса директор урынбаҫары Любовь Мәжитова, күренекле рәссам, профессор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы Әмир Мәжитов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, һынлы сәнғәт оҫтаһы Зимфира Ғәлимова, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының өлкән уҡытыусыһы Елена Ҡотлоярова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-график факультеты уҡытыусыһы Динә Фәткуллина һәм мәғариф һәм фән министрлығынан ҡунаҡ Жанна Миникеева.

Ун беренселәр һынауҙы уңышлы үтте. Киләсәктә йәш рәссамдарҙың хыялдары тормошҡа ашһын, имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәренә эйә булырға яҙһын, тип теләге килә.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор фотолары.

Хыялдар киләсәккә илтә
Хыялдар киләсәккә илтә
Хыялдар киләсәккә илтә
Хыялдар киләсәккә илтә
Хыялдар киләсәккә илтә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас