Яңыраҡ Благовещендағы 15-се "Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Ҡарттар йортона барып, 8 мартҡа арналған концерт ҡуйған. Олатай һәм өләсәйҙәргә улар башҡарған йырҙар, бейеүҙәр, һөйләгән шиғырҙар бик оҡшаған. Тәрбиәселәр иһә оло быуын кешеләре тыңлап үҫкән йырҙарҙы башҡарып, үҫмер йылдарын иҫтәренә төшөргән. Ә кескәйҙәрҙең үҙ ҡулдары менән яһаған асылмаларҙы бүләк итеүе ололарға ихтирам һәм иғтибар билдәһе булып тора.
Проект буйынса өлкән йәштәге яңғыҙ кешеләрҙе балалар баҡсаһына төрлө сараларға ла саҡыралар. Мәҫәлән, ололар кескәйҙәргә әкиәт уҡый, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, бергәләп йәнһүрәт төшөрәләр... Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында һөйләү иһә тарихты һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.
"ДеДство" проекты - Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына үткәрелгән конкурс еңеүсеһе.
#ДетскийСад15Сказка
#ГрантыРБ
#ФСГОРБ
Фото: Ольга ТИМЕРБУЛАТОВА.