+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
17 Апрель 2025, 07:55

Ял көнө – милли кейемдә

19 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә «Арт-КВАДРАТ» Милли кейем көнөн билдәләй. Был көндө теләгән һәр кем милли кейемдә парадта ҡатнаша ала. Байрам ҡунаҡтарын фотосессия, сюрприздар һәм концерт сығыштары көтә.

Ял көнө – милли кейемдәЯл көнө – милли кейемдә
Ял көнө – милли кейемдә

«Беҙ йүгереү спортын һәм донъя халыҡтарының бай тарихын берләштерергә булдыҡ. Шуға күрә 19 апрелдә барығыҙҙың да милли кейемдә килеүегеҙ мөһим. Парадта әүҙем ҡатнашырға һәм һуңынан яй тиҙлектә 1574 метрға йүгерергә саҡырабыҙ», — ти «Арт-КВАДРАТ» компанияһының маркетинг буйынса директоры Айна Федорова.

Костюмдар парадына йыйылыу: 13:00 сәғәттә (Арт-КВАДРАТ майҙаны).

«БатырСпорт»тан йүгереү старты: 14:00 сәғәттә (финиш «Арт-КВАДРАТ» майҙанында).

Концерт программаһы башлана: көндөҙгө сәғәт 14:30 минутта.

Сығанаҡ: Башҡорттар берҙәмлеге.

Фото: «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы».

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас