+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
21 Апрель 2025, 12:00

Саф һауала – милли уйындар

Баймаҡ районы Мерәҫ ауылының ,,Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы әүҙем эшләй. Етәксеһе – Миңзәлә Ямантаева. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға гуманитар ярҙам итә. Шулай уҡ уларҙың ғаиләләре менән осрашыуҙар үткәрә.

Саф һауала –  милли уйындарСаф һауала –  милли уйындар
Саф һауала – милли уйындар

Миңзәлә Ямантаева Баймаҡтағы ирекмәндәр штабына маскировка селтәре үрергә йөрөй. Шулай уҡ райондың ветерандар советы менән  дә тығыҙ бәйләнештә. Дәүләкән ҡалаһында республика фестивалендә ҡатнашып, унда маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. 
Мерәҫ ағинәйҙәре үҫеп килгән йәш быуын менән дә йыш осрашып торалар. Балалар менән саф һауала төрлө милли уйындар, ярыштар ойошторалар.

Һүрәттә: кескәйҙәр менән ағинәйҙәр милли уйын мәлендә.

Сығанаҡ һәм фото: Баймаҡ районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы.

 

Саф һауала –  милли уйындар
Саф һауала –  милли уйындар
Саф һауала –  милли уйындар
Саф һауала –  милли уйындар
Саф һауала –  милли уйындар
Саф һауала –  милли уйындар
Саф һауала – милли уйындар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас