

Керҙәрҙе айырып алып, тап-таҙа итеп йыуып, ҡат ҡат сайып, ҡағып, тиҫкәре яғын әйләндереп, билдәле бер тәртиптә элегеҙ.
Мәйеттең керҙәре генә һығылмаҫ, әйләндерелмәҫ, шул көйө эленер.
Ир-аттың керҙәрен яғаһынан йыуа башларға кәрәк. Ил өҫтөндә, ауыл, кешелар араһында абруйлы булыр, һүҙе үтер. 40 көнөнә тиклем сабый баланың керҙәре өйҙә эленер. Йәй көндәре ышыҡ урында, кеше күҙе күрмәҫ ерҙә булыр.
Кер бауы таҙа, аулаҡ ерҙә булыр. Нәмә ҡағылдырып аяҡ аҫтында тормаҫ.
Эске кейемдәр ҙә ышыҡ ерҙә киптерелер. Кеше күҙенең энергияһы, зәхмәте күрмәҫ ерҙә.
Ир-ат кейемдәре, балалар кейемдәре иҙән йыуғысы ителмәҫ. Ауырыу ҡағылыр.
Кейемдәр, ғөмүмән, һауыт-һаба, мебель кеүек әйберҙәрҙә сама тигән нәмә кәрәктер. Исраф – оло гонаһ. Шуның өсөн артыҡ әйбер алыу тыйыла. Кейемдәр ҙә әҙ булырға тейеш. Уларҙы ямап кейеү сауаплы эш. Борон 7 тапҡыр ямалһа, сауаплы ғәмәл булған.
Өй эсен тәртипле таҙа тоторға, кейемдәрҙе элергә, тупһа алдына ҡый өйөп һалмаҫҡа. Фәрештәләр инмәҫ.
Кәрәкмәгән кейемдәрҙе яғырға, ярылған сынаяҡ, эшкинмәгән нәмәләрҙе ташларға. Ярыҡ сынаяҡ менән сәй эсмәҫкә – бәхетең китек булыр.
Бала тәтәйҙәре, кейемдәре иҙәндә туҙып ятмаһын. Йыуып, йыйып өҫтә тотоғоҙ.
Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.
Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.