+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
30 Апрель 2025, 21:35

Беҙ китәбеҙ йырҙар ҡала...

Фидан Ғафаров һәм Нурия ИрсаеваБеҙ китәбеҙ йырҙар ҡала...

Беҙ китәбеҙ йырҙар ҡала...Беҙ китәбеҙ йырҙар ҡала...
Беҙ китәбеҙ йырҙар ҡала...

1) Күрәһеңме күктә йондоҙ туйы?
Йондоҙ туйы!
Йондоҙҙарға йондоҙ атыла!
Йондоҙҙарға йондоҙ атыла,!
Бер береһен өҙөлөп һөйгәндәр
Өҙөлөп һөйгәндәр
Мәңге тоғро ҡала антына!
Мәңге тоғро ҡала антына!

Күк йөҙөнә ҡарайһыңмы,
Йондоҙҙарҙы һанайһыңмы?
Беҙ ҡабыҙған, беҙ табынған,
Ул йондоҙҙо таныйһыңмы?

2) Яҡын-йыраҡ беҙҙең ара
Яҡын-йыраҡ
Һағынғанда күккә ҡара,
Һағынғанда күккә ҡара.
Беҙҙең йәшлек, беҙҙең һөйөү,
Беҙҙең һөйөү
Йондоҙ булып күктә яна!
Йондоҙ булып балҡып яна!

Күк йөҙөнә ҡарайһыңмы,
Йондоҙҙарҙы һанайһыңмы?
Беҙ ҡабыҙған, беҙ табынған,
Ул йондоҙҙо таныйһыңмы?

3) Беҙ китәбеҙ һөйөү ҡала
Беҙ китәбеҙ.
Йондоҙ булып күктә яныр!
Йондоҙ булып күктә яныр!
Башҡаларҙың йөрәгенә,
Башҡаларҙың.
Йондоҙобоҙ осҡон һалыр!
Йондоҙобоҙ осҡон һалыр!

Күк йөҙөнә ҡарайһыңмы,
Йондоҙҙарҙы һанайһыңмы?
Беҙ ҡабыҙған, беҙ табынған,
Ул йондоҙҙо таныйһыңмы?

Сығанаҡ һәм фото: "Ашҡаҙар"- моңло радиоһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас