

“Мин 5-се "Самрау" майҙансында булдым. Унда:" Балаларҙы нисек итеп китап уҡырға йәлеп итергә?"- тигән һорауға яуап эҙләнек. Уҡытыусылар, китапханасылар, дәреслек авторҙары үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы, кәңәштәр бирҙе. Ысынлап та, бик күп эш башҡарыла. Бик матур һөйләшеү булды, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Беҙҙе әйҙәп йөрөүсе Гөлназ Йәүҙәт ҡыҙына айырым рәхмәт еткерәһе килә.
Әлбиттә, ваҡыт самалы ине, барыһын да тыңларға мөмкинлек юҡ ине. Мин дә үҙ фекерҙәремде яҙырға булдым әле.
Бер ваҡыт бик матур ғына итеп уҡыусыларҙан буктрейлерҙар эшләй башлағандар ине. Ысынлап та, бик эффектлы булды, тип иҫәпләйем. Сөнки уны эшләр өсөн тексты бер нисә тапҡыр уҡып сығырға кәрәк, шунһыҙ булмай. Шул эште артабан да дауам итергә кәрәк, тип уйлайым...
"Һомай" йыры “Урал батыр” эпосына нисек оло ҡыҙыҡһындырыу уятты һуң? Шәхсән минән генә көнөнә бер-ике кеше, милләтенә ҡарамай, ҡайҙан шуны табып була, тип һорай. Насармы ни? Шундай уңышлы алымдарҙы ҡулланырға кәрәк. Съездың пленар өлөшөндә Ринат Рамазанов бик яҡшы ғына кәңәштәр бирҙе, үҙенең күҙаллауҙары менән уртаҡлашты. Шуны дауам итергә кәрәктер, тип уйлайым...
Кисә тағы ла бер фекер яңғыраны. Стена гәзиттәрендә әҫәрҙең бер өлөшөн генә яҙып элергә кәрәк тинеләр. Әлеге көндә урамдарҙағы баннерҙарға ла шулай яҙып элеп булалыр ул. Йә иһә туҡталыштарға ҡуйырға, унда тик торғанда күҙ төшә һәм уҡыйһың...
Был хаҡта фекерҙе дауам итеп шуны әйтмәксемен: хрестоматияларҙа шундай ҡыҙыҡһындырған текстарҙы яҙырға кәрәктер. Былай ғына өҙөк түгел, ә тулы тексты үҙ теләге менән уҡырлыҡ итеп.
Дәреслектәр тураһында ла бик күп бәхәстәр булды. Мин 2018 йылда Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы Нәҙерғолова менән Мәскәүгә конкурсҡа барҙым. Һәр бер нимә сағыштырыуҙа күренә тигәндәй, беҙҙең дәреслектәр эшләнелгән. Бик яҡшы. Бының өсөн көндәрен төндәренә бәйләп эшләгән ғалимдарға, методистарға, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре бик юғары кимәлдә башҡарылған. Уның һөлдәһе ныҡ, ул ҡойолоп төшөрлөк түгел. Бөгөнгө көндә уны мотлаҡ камиллаштырырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Шулай уҡ әҙәби текстарҙы психологтар, яҙыусылар менән берлектә, уҡыусы балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, һайларға кәрәк.
Тағы ла бер проблема тыуа: ул да булһа, әҫәрҙәрҙең электрон варианты булмай сыға. Барыһы ла китап магазинына йүгерә алмай, ә тексты уҡыйһы килә. Эш ҡыҙыуында эшләнмәгәс, онотола. Ни эшләп электрон варианты интернетта юҡ тиһәң, автор ҡушмай, тиҙәр. Ул әҫәрҙе кешегә уҡырға бирмәгәс, нимәгә яҙаһығыҙ, тигән һорау тыуа.
Мин педагогия колледжында уҡығанда урыҫ әҙәбиәтенән ярты йыллап самаһы бер ир уҡытыусы уҡытты. Бик ҡыҙыҡ кеше ине ул. Дәрескә ингәс тә, бер һорау бирә. Шул һорауға күмәкләп яуап эҙләйбеҙ, һуңынан да онотолмай, бар булған китапханаларҙы ҡарап сығабыҙ. Бына бер һорауы хәтерҙә ҡалған: башта Л.Н. Толстойҙың нисек ҡатынын яратыуын, балаларын нисек тәрбиәләгәнен, “Ясная Поляна”ла нисек ял итергә яратҡанын матур итеп һөйләне-һөйләне лә: "Почему Лев Николаевич Толстой в старости развелся со своей женой?" – тип һораны. Һорау ҡыҙыҡмы? Бик ҡыҙыҡ. Беҙ эҙләйбеҙ. Башҡа предметтарҙың ҡыҙығы бөттө, хәҙер бирелгән һорауға яуап эҙләйбеҙ. Иң ҡыҙығы: бер ерҙә лә уның айырылышыуы тураһында яҙманы таба алмайбыҙ, әллә эҙләй белмәйбеҙ инде. Икенсе дәрестә һорай. Яуаптар бихисап. Шунан бер китабын асып бер генә һөйләм уҡый. Бына һиңә яуап. Был бер генә миҫал. Ундайҙар бик күп булды. Был алымды башҡорт яҡыусыларын өйрәнгәндә бик отошло ҡулланып булалыр, тип уйлайым. Сөнки шул уҡ уҡыусыларҙың туғандарын яҡындан белеүсе уҡыусылар ҙа булыуы бик мөмкин.
Үҙ фекеремде теркәп ҡуйҙым. Башынан аҙағынаса уҡығандарға ҙур рәхмәт, комментарийҙарҙа фекерҙәрегеҙ менән бүлешегеҙ!”.
Ә һеҙ, дуҫтар, нисек уйлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, үҙ фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ!
Фото: Ф. ҒӘЗИЗОВА.