

Бер аҙ бәхәсләшкәндән һуң, ата-әсәһе риза булған. Бына улар перронда улдарын оҙата, һуңғы кәңәштәрен бирә, ә улдары һаман үҙенекен һөйләй:
– Беләм инде, беләм, йөҙ тапҡыр әйттегеҙ! Шунан атаһы:
– Улым, әгәр һиңә ҡыйын йә ҡурҡыныс булһа, бына һиңә, – тип, улының кеҫәһенә нимәлер һала.
Бына малай вагонда, тәҙрәнән тышты күҙәтеп китеп бара. Тирә-яҡта сит кешеләр этешә-төртөшә, инәләр-сығалар, ҡәнәғәтһеҙ кондуктор уны шелтәләй, кемдер ризаһыҙ ҡараш ташлай. Малайға күңелһеҙ һәм ҡурҡыныс була башлай. Ул башын эйеп, мөйөшкә һырыға, күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй. Ҡапыл ул атаһының кеҫәһенә нимәлер һалғанын иҫенә төшөрә.
Ҡалтыранған ҡулы менән ҡағыҙҙы кеҫәһенән һәрмәп алып, асып уҡый:
– Улым, мин күрше вагонда.
Тормошта ла бына шулай, балаларыбыҙҙы уларға ышанып сығарып ебәрергә, әммә ләкин беҙ һәр саҡ, уларға ҡурҡыныс булмаһын өсөн, күрше вагонда булырға тейешбеҙ.
Сығанаҡ: "Тамаша" журналы.
Фото: З. ХӘКИМОВА.