+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
22 Май 2025, 05:00

Эшенә шатланып барып, өйөнә ашҡынып ҡайтҡан кеше - иң бәхетлеһе

Алдыңда гел йылмайған кешегә ышанма. Иң ҡыҙығы һин уның янынан киткәс башлана...

Эшенә шатланып барып, өйөнә ашҡынып ҡайтҡан кеше - иң бәхетлеһеЭшенә шатланып барып, өйөнә ашҡынып ҡайтҡан кеше - иң бәхетлеһе
Эшенә шатланып барып, өйөнә ашҡынып ҡайтҡан кеше - иң бәхетлеһе

Яҙмышыңды үҙ ҡулыңа алмаһаң, тормошоңа башҡалар хужа булыр.

Үҙең тураһында ғәйбәт һөйләүҙәренә борсолма. Ундай кешеләрҙең һине сәйнәп, ҡылған гонаһтарыңды үҙҙәренә алыуын онотма.

Бәхетле ҡартлыҡ кисерергә теләһәң, балаңды үҙеңдән татлы ашатма, йомшағыраҡ йоҡлатма. Был беҙҙең заман өсөн бигерәк актуаль.

Дуҫың һине икенсе-өсөнсө мәртәбә һатһа, үҙең ғәйепле. Кешеләр һирәк үҙгәрә. Беренсе осраҡтан уҡ ул дуҫтар исемлегенән һыҙылырға тейеш ине.

Хәлеңдән килгән тиклем хәйер бир. Был күңелеңде үҫтерер, яҡшылыҡҡа ынтылыш бирер.

Эшләгән яҡшылыҡтарың тураһында һөйләп йөрөп, уларҙы юҡҡа сығарма.

Тормоштоң матурлығын күрә белеү йәшәү мәғәнәһен көсәйтер.

Ҡалҡып килгән үлән, сирень еҫе, ихлас йылмайыу, ҡайнар сәй, бәпембәне өрөү ҙә - үҙе бәхет. Күрә генә беләйек...

 Сығанаҡ: "Башдонъя" төркөмөнән.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас