+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
4 Июнь 2025, 20:20

Оло байрамыбыҙ Ҡорбан ғәйете яҡынлаша

Муллыҡ, бәрәкәт, сәләмәтлек, бәхет ҡапҡалары асылыр мәл етә.

Оло байрамыбыҙ Ҡорбан ғәйете яҡынлашаОло байрамыбыҙ Ҡорбан ғәйете яҡынлаша
Оло байрамыбыҙ Ҡорбан ғәйете яҡынлаша

 Һәр минут, секундта беҙҙе Үҙенең рәхмәте менән ҡойондороп торған Аллаһыбыҙға шөкөр йөҙөнән ҡорбан салдырыу ғәмәле тураһында уйланайыҡ. Ниәтебеҙгә күрә мөмкинлектәре лә асылыр. Шик юҡ, Аллаһ әҙәм балаһына сикһеҙ рәхмәтле һәм мәрхәмәтле! Хатта ошо изге эш тураһында ниәт ҡороуыбыҙ ҙа сауаплы.

"Ҡорбан ғәйете көндәрендә Аллаһ ҡаршында ҡылған ғәмәлдәрҙең иң яҡшыһы - ҡорбанға килтерер малдың ҡанын ағыҙыу. Дөрөҫлөктә, Ҡиәмәт көнөндә был мал үҙенең мөгөҙө, тояҡтары, йөнө менән [тере шәһит булып] килер. Уның әле ергә тамып өлгөрмәгән ҡаны ла Бөйөк Аллаһ ҡаршында дәрәжәле. Күңелдәрегеҙ тыныс булһын".
                           Хәҙис-шәриф.

Аллаһ - Кәриим (Йомарт) һәм Ул йомарт кешеләрҙе ярата. Раббыбыҙ биргән ниғмәттәренән башҡаларға ла өләшәйек, Рәхмәтенә ашығайыҡ 🤲.

 

Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас