+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
5 Июль 2025, 04:31

Ҡояшлы ил — Ҡаҙағстан

Май айында Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһының Жастар театрында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романына нигеҙләнеп сәхнәләштергән спектаклен ҡуйҙы. Бәләкәй Гөлбаныу ролен уйнағас, беҙ унда ғаиләбеҙ менән барҙыҡ.

Ҡояшлы ил — ҠаҙағстанҠояшлы ил — Ҡаҙағстан
Ҡояшлы ил — Ҡаҙағстан

Был ил тураһында яҡынса алдан китаптарҙан уҡып, кешенән ишетеп, телевизорҙан күреп белә инек. Башҡортостандан сығып, Силәбе өлкәһен, Троицк ҡалаһын үтеү менән Ҡаҙағстан башланды. Ҡустанай, Аҡмола өлкәләрен уҙғансы туп-тураға икешәр-өсәр йөҙ саҡрымдарға һуҙылған далаларҙы бер нисә тапҡыр уҙҙыҡ. Урыны менән электр бағаналары булмаған ерҙәрҙе үттек. Һирәк кенә быуалар, баҫыу ситтәрендә кибеп бөтмәгән һаҙлыҡ йырындар, кеше ҙурлығы хәтлем ағастар һәм ҡылғанлы дала осраны. Есиль, Астраханка, Атбаҫар тип аталған ҡалаларын уҙҙыҡ. Ҙурлығы менән беҙҙең Ғафури районының Красноусол ҡасабаһы хәтлем һымаҡ ҡына булып күренде улар. Беҙҙәге ҡатлы-ҡатлы йорттары ла һирәк кенә осраны. Юл буйына өйөрө менән йылҡы, һарыҡ көтөүҙәрен күрҙек. Йәнә был эре һәм ваҡ малдарға йыш ҡына төрлө урындарҙа һәйкәл дә ҡуйылған. Бигерәк тә, Ҡустанай ҡалаһына туҡталғанда аҙым һайын тиерлек йылҡы малының һындары йыш ҡуйылыуы күҙгә ташланды.

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астана беҙҙе эҫе ҡояшы менән ҡаршы алды. Был ҡалаға 1830 йылдарҙа нигеҙ һалынған, тип фаразлана. Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарынан Аҡмола, Целиноград, йәнә Аҡмола, Астана, Нур-Солтан һәм 1997 йылдан ҡабаттан Астана исеменә әйләнеп ҡайта. Ике миллионға яҡын халыҡты һыйындырған был ҡала мул һыулы Ишим йылғаһы буйында урынлашҡан. Һикһән процент самаһы ҡаҙаҡтар йәшәһә, туғыҙ процент тирәһе урыҫтар һәм һирәкләп татар, башҡорт, украин кеүек төрлө халыҡтар йәшәй. Төҙөклөгө, төрлө фигураларҙа заманса итеп төҙөлгән бейек-бейек йорттары, мөләйем халҡы менән үҙенә тартып тора.

Ҡаҙаҡтарҙың тарихына, батырҙарына иғтибары ҙур икәнлеген белдек. Астанала Ҡаранбай, Бекетай, Бөгөнбай кеүек ҡаҙаҡ батырҙарының исемдәре ҡушылған урамдарҙы йыш осратырға мөмкин. Их, Өфөлә лә Кинйә, Ҡаранай, Батырша, Ҡараһаҡал кеүек урамдар тиҙҙән барлыҡҡа килһен ине, тип хыялландыҡ. Шулай уҡ, туғандаш халыҡтар араһында билдәле шәхестәр исемендәге урамдар ҙа бар ине. Беҙ, мәҫәлән, Сыңғыҙ Айытматов исемендәге һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән урамдағы йортта йәшәнек. Бында эт етәкләп, ҡосаҡлап йөрөгән кешене осратмаҫһың. Атайҙар менән әсәйҙәр береһенән-береһе бәләкәс балалар менән тышта күмәкләшеп шау-гөр килеп уйнаһалар, өләсәйҙәр уларға ярҙам итә. Үҙ-ара туған телдәрендә аралашалар. Гүзәл заттарҙың барыһы ла тиерлек оҙон күлдәк, итәктәрҙә йөрөй һәм был уларға күркәмлек өҫтәй. Ҡаҙаҡ теле беҙгә иң яҡын ҡәрҙәш телдәрҙең береһе һанала. Шуға ла улар менән туған телдәребеҙҙә аралаштыҡ. Беҙгә ҡарағанда ж, ҡ, ғ өндәрен күберәк ҡулланалар. Бынан тыш, телмәрҙәрендә күпселек беҙҙең иҫкергән, ҡайһы берҙәре бөгөнгө көндә бөтөнләй телдән төшөп ҡалған һүҙҙәр йыш осрай.

Астанала туристарҙы, ситтән килгән халыҡты йәлеп итеүсе урындар күп. Иң билдәлеһе “Байтерек” тип аталған 97 метрлыҡ күккә олғашҡан, Ҡаҙағстан президенты эшләгән ерҙә яҡында ғына урынлашҡан бина. Уны 2002 йылда Яңыртылған Ҡаҙағстан символы тип тә атайҙар. “Байтерек”кә бәйле үҙенсәлекле риүәйәт тә бар. Ул боронғо күсмә халыҡтарҙың космогоник ҡараштарын сағылдыра, уларҙың риүәйәттәренә ярашлы, донъялар тоташҡан урында Донъя йылғаһы аға. Уның ярында Тамырҙары менән ерҙе тотоп торған, ә тажы менән күккә таяныс булған байтерек тереклек Ағасы тора. Тамырҙары ер аҫты донъяһында урынлашҡан, олоно — ерҙә, ә тажы — күктә. Йыл һайын Ағас түбәһендә Изге Ҡош Самрук ҡояш йомортҡаһы һала, уны тормош ағасы итәгендә йәшәгән Айдахар аждаһа йота, имеш. Был символик рәүештә йәй менән ҡыш, көн менән төн алмашыныуын, Яҡшылыҡ менән Яуызлыҡ көрәшен аңлата. "Байтерек" ҡаҙаҡ телендә йәш, ныҡ, үҫеп килгән ағасты аңлата, үҙенең тарихи тамырҙарын һаҡлап ҡалған, ныҡлы таянысы һәм киләсәктә сәскә атыуға ынтылышы булған дәүләтте символлаштыра. Халыҡ телендә башы йомро булғаны өсөн чупа-чупс тип тә атайҙар икән.

97 метр бейек был бинаға быяланан ғына торған лифтта күтәреләһең. Өҫкө ике ҡатта фотозоналар бар. Ә иң өҫтөндә Нурсолтан Назарбаевтың уң ҡулының эҙенә ҡулдарын һалып килгән халыҡ фотоға төшә. Был берҙәмлек өлгөһө һанала. Йәнә түңәрәк формаһындағы бер һын йәлеп итә. Был ҡаҙаҡ ырыуҙарының тамғалары һалынған тирмәләр. Быяланан ғына торған бинаның иң өҫтөндә Астана ҡалаһы ус төбөндәгеләй генә булып күренә. Иң аҫҡы ҡатта ҡаҙаҡтарҙың милли кейем, биҙәүес өлгөләре, тәбиғәтен, билдәле урындарын мәңгеләштергән фото-магниттар һатыла.

Ҡаҙағстан президенты эшләгән бина янында ла фотозоналар булдырылған. Эргәлә йәнә заманса итеп, әммә тарихи үҙенсәлектәр һаҡланып төҙөлгән Хан-шатыр тип аталған сауҙа үҙәге туристарҙың яратҡан урыны. Эсендә төрлө тауар һатыусы магазиндар, дарыуханалар, кафелар, балалар өсөн уйын бүлмәләре булһа, тыштан ул ҡаҙаҡ ир-егеттәренең милли баш кейеме формаһын хәтерләтә.

Жастар, беҙҙеңсә әйткәндә Йәштәр театрына килеүселәр, уның алдындағы һары төҫтәге биш бер иш ләлә сәскәләренең һыны алдында фотоға төшә. Айрат Абушахманов сәхнәгә ҡуйған “Бөйрәкәй” спектаклен Ҡаҙағстанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ, ҡаҙаҡ халҡы яратып ҡараны. Күптәр һуңынан урыҫ теленә тәржемә ителгәне ишетелгән ҡолаҡсындарҙы һалып тамаша ҡылыуҙары, башҡорт теле тәржемәһеҙ ҙә аңлашылыуы, һүрәтләнгән ваҡиғалар ҙа уларға яҡын булыуы хаҡында әйтте. Ейәнсуранан, Дыуан, Ҡырмаҫҡалы райондарынан килеп төпләнеүсе яҡташтарыбыҙ менән таныштыҡ. Башҡортостанға күптән-күп сәләмдәр ебәреп, тыуған яҡтарын һағыныуҙарын әйтеп ҡалдылар. Уларҙың барыһы ла “Аҡбуҙат” тип аталған башҡорт этномәҙәниәт ойошмаһынан, йәш быуын милләттәштәребеҙҙе үҙҙәре янына ылыҡтыра алмауҙарына борсолалар.

Өс көн Астанала, ике көн ҡаҙаҡ далаларын гиҙеп юлда йөрөп ҡояшлы Ҡаҙағстанға юл төшһә тағы ла килергә, икенсе яҡтарын күрергә, тигән уртаҡ фекергә килдек. Ҡайтыр көндө Астанала ҡойма ямғырҙар башланған ине. Май уртаһы ғына булыуға ҡарамаҫтан, һарғайып килгән үләндәр еңел тын алып ҡалғандыр.

Алтынай УРМАНШИНА,
йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы,
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА-УРМАНШИНА,
журналист.

Ҡояшлы ил — Ҡаҙағстан
Ҡояшлы ил — Ҡаҙағстан
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас