

Әзмәүер – эре, өлкән, ҙур;
Мөгәзәй – магазин;
Ситәүкә – бәләкәс кенә;
Мөгәрәп – баҙ;
Һарҡаш – ныҡышмал;
Оңҡот – артыҡ сая, хәрәкәтсән, боҙоғораҡ;
Озрандап (озрандап ҡына йөрөй бахыр) – ни эшләргә белмәй, туйыр-туймаҫ ҡына;
Әсмуха – үлсәү берәмеге;
Ҡуштан – ыңғайыңа йөрөгән кеше;
Мөстән – урын еренә еткереп, яйлап эшләгән кеше;
Шөрҙөк – бысраҡ;
Күмәртей – бөтәһе бергә;
Кәр – (кәре киткән инде ҡарттың) – көсө, хәле бөткән;
Шапата – әрһеҙ;
Һәүерек – йәшкә бәләкәй ат;
Кәтмән – тәпке;
Ширҙек – урындыҡтың таҡталарын кейҙереп ҡуя торған ағасы;
Ҡыутомшоҡ – яңғыҙ, бер нәмәһе лә булмаған, балаһыҙ;
Һиҙәп – бәләкәс төймә;
Һәүетемсә – яйлап, үҙ ыңғайына ғына;
Биштәр – арҡаға аҫып йөрөй торған моҡсай;
Бешәлкәһеҙ – ҡулынан килмәгән, эшкинмәгән.
Сығанаҡ: "ТАМАША" журналы.
Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.