+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
14 Август 2025, 07:00

Уҡыусыларға кәңәштәр

Каникул ваҡытында күп балаларҙың көн режимы боҙола. Һуң яталар, һуң торалар. Режимды ике аҙна алдан үҙгәртә башлағыҙ, дуҫтар.

Уҡыусыларға кәңәштәрУҡыусыларға кәңәштәр
Уҡыусыларға кәңәштәр

 Төнгө 12-лә түгел, иртәрәк йоҡларға ятыу мөһим. Көн һайын 20 минутҡа булһа ла иртәрәк әҙерләнә башлағыҙ. Уҡыу башланғас, йоҡоғоҙ туйһын өсөн сәғәт 10-дан ятып йоҡларға кәрәк була.

Телевизор, телефонға ла ваҡытты әҙерәк бүлә башларға. Йоҡонан уяныу менән смартфонға йәбешеүҙән арынығыҙ.

Яңы уҡыу йылы тураһында уйлап алығыҙ. Бәлки, ҡайһылыр фәндән былтырғы билдәгеҙ менән ҡәнәғәт түгелһегеҙҙер? Синыфта дуҫтарығыҙ күбәйһен өсөн ни эшләргә мөмкин? Пландар ҡороғоҙ.

Уҡыу башланмаҫ элек синыфташтарығыҙ менән осрашып, йәйге каникулды нисек үткәреүегеҙ тураһында һөйләшеп алырға ла мөмкин. Уҡыу башланғас, ваҡыт самалыраҡ булыр ул.

1 сентябрь алдынан һар уҡыусыға офтальмологка күренергә кәңәш ителә. Хәҙерге смартфондар заманында йылына бер тапҡыр булһа ла күҙҙәрҙе ентекләп тикшертергә кәрәк.

Яңы мәктәпкә, яңы синыфҡа күсәһегеҙме? Тулҡынланаһығыҙ, борсолаһығыҙҙыр инде. Был турала атай-әсәйҙәрегеҙгә әйтеп, һөйләшеп алығыҙ. Уларҙың да тормоштарында шундай мәлдәр булғандыр, яңы коллективҡа һәр кем яйлап өйрәнеп китә ул. Баштан уҡ үҙегеҙҙе лайыҡлы итеп күрһәтергә тырышығыҙ, синыфташтарығыҙҙы өйрәнегеҙ, улар араһында мотлаҡ фекерҙәштәр табылыр, дуҫлашырһығыҙ.

Тағы бер йылға ҙурайыуығыҙҙы һиҙәһегеҙме? Өлкәнерәк синыфҡа күсәһегеҙ бит. Тормошоғоҙҙоң яңы этабы башлана, алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асыла, алға һәм алға!

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас