+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Төрлөһөнән
15 Октябрь 2025, 10:30

Өфөләге бокс төнөндә булдыҡ

Талбазы ауылы лицейының XI синыф уҡыусылары Өфө ҡалаһында булған бокс төнөнә барып ҡайтты.

Өфөләге  бокс төнөндә булдыҡӨфөләге  бокс төнөндә булдыҡ
Өфөләге бокс төнөндә булдыҡ

Районыбыҙҙың йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре әүҙем балаларҙы йыйып, баш ҡалаға сәфәр ойошторғайны.
Көйәрмән уҡыусылар Көрәш һарайында IBA президенты Умар Кремлев һәм Рәсәй бокс Федерацияһы ярҙамында ойошторолған «IBA/PRO9МЕЛБЕТ» һөнәри бокс кисәһен күреп ҡыуанды.
Рингҡа алты илдән — 12 спортсы, шул иҫәптән, республиканан 4 боксер булды. Кисәнең төп ваҡиғаһы булып еңел ауырлыҡта WBA Continental билбауы өсөн 10 раундлы алышы торҙо. Унда Өфөнән Артур Собханғоловтың Тигран Узляновты еңеүен күҙәттек.
Шулай уҡ, был спорт төрөндә ҡыҙҙар ҡатнашыуын да бик ҡыҙыҡһынып ҡараны уҡыусылар. Яҡташыбыҙ, Октябрьский ҡалаһынан, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Азалиә Әминева төрөк спортсыһы Неслихан Моллаоглуны еңде! Беҙ ҙә ныҡ шатландыҡ. Хатта, уйындан һуң уҡыусылар чемпион менән бергәләп иҫтәлеккә фотоға ла төштө.
— Чемпион хатта ҡулыма ҡултамға ла ҡуйҙы әле, — ти шатланып Артем Кириллов.
Был төндө Башҡортостандың башҡа вәкилдәре лә уңышлы сығыш яһағайны. Шулай уҡ Данис Ғабдрафиҡов Ҡаҙағстандан Темиржан Баймольдты еңеп, WBA Asia Central билбауын яуланы.
Балаларға бокс төнө бик оҡшаны. Шатланып ошо саранан үҙебеҙгә лә ыңғай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ әле. Шундай иҫтәлекле сара ойошторған райондың йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Айҙар Рәмил улы Яздановҡа рәхмәт әйтәбеҙ.



Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы ауылы лицейы районы.

Өфөләге  бокс төнөндә булдыҡ
Өфөләге  бокс төнөндә булдыҡ
Өфөләге  бокс төнөндә булдыҡ
Өфөләге  бокс төнөндә булдыҡ
Өфөләге бокс төнөндә булдыҡ
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас