Төрлөһөнән
7 Ноябрь 2025, 08:20

Бәхет һәм бәхетһеҙлек...

Бер крәҫтиән йәшәгән. Әллә ни байлыҡ йыймаһа ла, аҡылды етәрлек йыйған, ти. Ерҙе эшкәртергә, уңыш алырға улы ярҙам иткән икән.

Бәхет һәм бәхетһеҙлек...Бәхет һәм бәхетһеҙлек...
Бәхет һәм бәхетһеҙлек...

Бер көн улы: "Бөгөн ныҡ бәхетһеҙ көн - беҙҙең атыбыҙ юғалды",- тип илаулай икән. Атаһы: "Туҡта, ваҡыт күрһәтер", - тип, сабыр булырға ҡуша. Ысынлап та, бер өс көндән аттары аҙбарға айғыр эйәртеп килеп инә. "Ах, атай, бөгөн иң бәхетле көнөбөҙ икән!", - тип ҡыуана ти улы. "Көтөп тор, бәхетең бәхетһеҙлеккә әйләнеп ҡуймаһын", - ти икән атаһы. Ысынлап та, улы айғырҙы еккегә өйрәтеп маташҡанда, аттан ҡолап төшөп, аяғын һындыра икән. "Атай, бөгөн иң бәхетһеҙ көнөм булған икән', - ти атаһына. Атаһы "Ваҡыт күрһәтер. Бәлки бөгөнгө бәхетһеҙлегең бәхеткә әйләнер", - ти. Бер-нисә көндән ғәрәсәтле һуғыш башланып, өйҙән-өйгә йөрөп, бөтә һауһаҡ ирҙәрҙе һуғышҡа алып китәләр ти...
Шуның өсөн дә бөгөнгө бәхетлелек тойғоларың бәлки бәхетһеҙлек башылыр...
Кемдеңдер әлеге сәғәттә бәхетһеҙлеге өсөн йөрәк әрнеүе бәхеткә ишектер...
Ваҡыт күрһәтер.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас