

- Һеҙ, башҡорттар, ғәжәп матур, аҡыллы халыҡ! Был йәһәттән Мостай ағай үҙенең бөйөк ябайлығы, кешелеклелеге менән мине таң ҡалдырҙы. Бер ваҡыт уның 85 йәше уңайынан президент Минтимер Шәймиев тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо, шунда мин дә саҡырылғайным. Минтимер Шәрип улы ҡәҙерле ҡунаҡты юбилейы менән ҡотлап, Мостафа Сафа улы «Татарстандың халыҡ шағиры» исеме менән бүләкләнә, тине. Барлыҡ йыйылғандар шаулап ҡул сапты.
Шағир үҙе һүҙ алды:
- Хөрмәтле Минтимер Шәрип улы, ҡәҙерле ҡунаҡтар, дуҫтар, мин үҙемдең ижадымды юғары баһалыуығыҙға ныҡ шатмын һәм рәхмәтлемен. Әммә был награданы мин ала алмайым. Ни өсөн? Сөнки минең ныҡлы ҡарашым буйынса, шағир үҙенең туған халҡының ғына Халыҡ шағиры була ала. Ә мин был исемгә эйәмен. Мин - Башҡортостандың халыҡ шағиры. Бер юлы бер нисә халыҡтың шундай исемен аумаҡай кеше генә йөрөтә ала, ә мин ундай булғым килмәй. Мине дөрөҫ аңларһығыҙ, тип ышанам.
Мостай даһи ғына түгел, донъя кимәлендәге Аҡыл эйәһе ине, ул халыҡ күңелендә мәңге йәшәйәсәк.
...Йылдар үтте. Туфан ағай Миңнуллин да хәҙер инде вафат... Әммә мин, ошо тарихты күңелендә һаҡлаған кеше, иҫән. Шуға күрә был аманатты йәш быуынға тапшырам.
Наилә СӘФӘРҒОЛОВА.
Сығанаҡ һәм фото: Илһамиәт.