

Бигерәк тә «Минең яратҡан ризығым» фотоконкурсы оҡшаған уларға.
Акция барышында ашнаҡсы һөнәре тураһында ла һөйләштеләр. Бик күпте белеп ҡалдылар. Бешергән ризыҡ тәмле лә, файҙалы ла булырға тейеш.
Был көндө кескәйҙәр мәктәп ашнаҡсыһы Зөлфиә Рауил ҡыҙы Кирюхинаны һөнәри байрамы менән дә ҡотланы. Нисек, тиһегеҙме? Өйҙәрендә әсәйҙәре менән төрлө тәмлекәстәр бешереп алып килеп. Шул үҙҙәре әҙерләгән ризыҡ менән һыйланып, мәктәп ашханаһында бергәләп сәй эстеләр.
Ашнаҡсы апайҙары үҙҙәрен маҡтап, рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалды.
З. ӘҘЕҺӘМОВА.