

Ҡоштың ҡанаты менән аяғы йәрәхәтләнгән була: аяғына баҫа алмай, ҡанаттарын йәйеп оса алмай. Иң тәүҙә уны ветеринария клиникаһына алып бара, унда аҡҡошҡа беренсе ярҙам күрһәтәләр, дарыуҙар бирергә ҡушалар.
Фәнил Бәйзәви улы бер айға яҡын ҡошто тәрбиәләй. Ҡанатлыға күңелһеҙ булмаһын өсөн төрлө ысул уйлап таба: көҙгөләр ҡуя, ҡош менән һөйләшеп ҡарай. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡош барыбер осоп китә алмай.
Шуға күрә Фәнил Бәйзәви улы Өфөләге “Пин һәм Пуф” ҡырағай хайуандарҙы реабилитациялау үҙәгенең етәксеһе Дмитрий Стрельников менән бәйләнешкә сыға. Ҡоштоң хәлен аңлатҡас, Дмитрий уны тиҙ генә алып килергә ҡуша. Район хәкимиәте ярҙамы менән ҡош ҡалаға илтеп тапшырыла. Бөгөнгө көндә ҡош ышаныслы ҡулдарҙа.
“Фәнил Зәкировҡа ҡоштарға битараф булмағаны өсөн ҙур рәхмәт”, – тип яҙған Дмитрий Стрельников үҙенең социаль селтәрҙәрендә.
Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостаным | яңылыҡтар