Искәндәр – уҡыуҙа ла, ижтимағи тормошта ла, ижад өлкәһендә лә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән, үҙенә талапсан, маҡсатына ынтылған, эҙләнеүҙән туҡтамаған шәхес. Ул мәктәптең мәҙәни, фәнни һәм әхлаҡи мөхитен байытыусы лидерҙарҙың береһе булып тора.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы коллективы Искәндәр Илгиз улын премияға лайыҡлы кандидат тип иҫәпләй, уның киләсәктә башҡорт йәштәренең, республикабыҙҙың һәм илдең рухи-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерәсәгенә тулы ышаныс белдерә.
Афарин! Халҡыбыҙҙың ихтирамын яулап, абруйлы шәхес булырға яҙһын, Искәндәр! Уңыштар һиңә!
Сығанаҡ һәм фото: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.