Ул вафат булған хужаһын көтә. Был хәлгә өс ай самаһы инде. Кешеләр башта этте үлгән кешенең туғандары килтергән, тип уйлаған.
Эттең нәселе билдәһеҙ, үҙе тыныс ҡына, әллә ни ашарға ла ынтылып тормай. Ҡайғыра инде. Кешеләр уға ризыҡ ҡалдырып китә. Бигерәк йәл... Тик хужаһы кире ҡайтмай шул...
Был хайуанҡайҙың ваҡиғаһы тоғролоҡ символы булып тора. Бына нисек эттәр хужаһына тоғро була...
Сығанаҡ һәм фото: Малояз. Салаватский район. Башкирия