Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, йәш яҡташыбыҙ ил президентына һорау биреү мөмкинлеге тураһында MAX мессенджерынан белеп ҡалған һәм шунда уҡ үҙенең хыялы тураһында яҙып ебәргән.
«Мин «Теләктәр шыршыһы»на яҙырға теләгәйнем, әммә өлгөрмәнем. Шуға күрә туранан-тура Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә булдым. Унан ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн бырау, спиннинг һораным, сөнки балыҡ тоторға яратам. Күбеһенсә - Белорет районының Сермән ауылында, ә атайым менән Әбйәлил районының Ташбулат ауылында балыҡ тоторға әүәҫмен», — ти Эмир.
Уҡыусының мөрәжәғәтен халыҡ фронты вәкилдәре яуапһыҙ ҡалдырмаған. Улар малайҙың хыялын бойомға ашырған: ҡышҡыһын балыҡ тотоу өсөн бырау һәм спиннинг бүләк иткән.
Эмир Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһының V синыфында белем ала. Ул валторнала уйнай, китап уҡырға ярата.
Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостаным | яңылыҡтар