Уҡыу календарына ярашлы, I - XI синыф уҡыусылары өсөн ҡышҡы каникул көндәре 2025 йылдың 31 декабренән башланып, 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
"Атай-әсәйҙәрҙән был осорҙа балаларының именлегенә айырым иғтибар бүлеүҙәрен һорайым. Ә уҡыусыларға каникул көндәрен файҙалы үткәреүҙәрен теләйем: саф һауала күберәк йөрөгөҙ, ҡыҙыҡлы китап уҡығыҙ, ғаилә менән бергә күңелле ваҡыт үткәрегеҙ һәм мәҙәни сараларға йөрөгөҙ.
Балалар каникул көндәрендә яҡшы ял итеп, көс туплап, 12 ғинуарҙа артабан белем алыуҙарын дауам итәсәк", - тип яҙа үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Фото: интернет селтәренән.