Ат шәп сапһа ла, ваҡытыбыҙҙы ашыҡтырмай ғына яҡындарыбыҙҙың йылы һүҙҙәренә төрөнөп, иғтибарҙарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә лә!
Ат йылы беҙгә ҙур үҙгәреш, ҡыйыу ғәмәлдәр һәм яҡты ваҡиғалар фаразлай. Яугир булараҡ, иң изге теләгем: бөгөн барған махсус хәрби операция тиҙерәк туҡталһын, донъяла тыныслыҡ урынлашһын. Ҡыйыу егеттәр тыуған ерҙәренә, өҙөлөп көткән әсәйҙәренә, һөйөклө ҡатындарына, ғәзиз балалары янына теүәл генә үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ аяҡтарында атлап, үҙ ҡулдары менән Еңеү байраҡтарын болғап, имен-һау ҡайтһындар ине. Беҙ бергәбеҙ, беҙ көслөбөҙ! Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙә буласаҡ! Белеүебеҙсә, ат — ул энергиялы, дәртле, хәрәкәтте яратыусы, артҡа сигенмәгән, ирек һөйөүсе хайуан. Ошо хайуанҡайҙай сапсынып, ышаныслы аҙымдар менән алға атлап, ҙур маҡсаттарға ирешеп, ирекле, татыу илебеҙҙә тыныслыҡ урынлаштырып, сәләмәтлектә ҡыуанып йәшәргә яҙһын, Алла бирһә! Беҙ күргән һуғышты балаларыбыҙ күрмәһен, уларҙың йөҙөнән йылмайыу китмәһен! Бар балаларыбыҙ бәхетле бала саҡ кисереп йәшәһен.
Уҡыусы егеттәргә әйтер һүҙем: спортты яратығыҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙҙе тыңлағыҙ, һеҙ – киләсәктә илебеҙ һағында тороусы буласаҡ һалдаттар. Ә ҡыҙҙарға шундай теләктәр: аҡыллы, гүзәл булып, гел тирә-яҡты сәскәләй биҙәп кенә йөрөгөҙ, һеҙһеҙ донъя күңелһеҙ.
Яңы йыл тик яҡшы хәбәрҙәр алып килһен, барыбыҙға ла һаулыҡ теләйем, улдарын көткән әсәйҙәрҙең изге теләктәре ҡабул булһын!