– Хөрмәтле «Йәншишмә» гәзитен уҡыусы тиҫтерҙәрем, Башҡортостан халҡы һәм яуҙағы батыр йөрәкле һалдат ағайҙар!
Һеҙҙе етеп килгән Яңы 2026 йыл менән ҡайнар ҡотлайым. Барығыҙға ла һаулыҡ теләйем. Яныбыҙҙағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙ гел тыуасаҡ көндәргә шатланып йәшәһен! Ә бит ошо матур көндәр булһын өсөн йәндәрен аямай яуҙа дошмандар менән көрәшкән яугир ағайҙарға бурыслыбыҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, рухи көс, өмөт, ышаныс һәм артабан да шулай ҡыйыу булыуҙарын теләйем. Мин илебеҙ һаҡсыларына ышанам, тиҙҙән Еңеү яулап тыуған яҡтарына ҡайтырҙар! Тиҙерәк илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, ҡыуанырға яҙһын!
Ә тиҫтерҙәремә әйтер һүҙем: мәктәптә тырышып белеп алығыҙ, йәшәгән төйәгебеҙҙе яратығыҙ,буш ваҡытығыҙҙы файҙалы итеп үткәрегеҙ. Тыуған еребеҙ матур һәм һоҡланғыс! Уны һаҡларға, яҡларға кәрәк. Шуға ла яугирҙарыбыҙға ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә тырышайыҡ, дуҫтар!
Тағы ла бер ҙур теләгемдең тормошҡа ашыуын теләйем: Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашып, ҡул бирешеп күрешергә ине.