Бөгөн һүҙебеҙ гимназияла өлгәш, тәртип буйынса беренселекте бирмәгән VII «Б» синыфы уҡыусылары хаҡында. Синыфта – 23 бала. Шуларҙың ун алтыһы – «дүртле» һәм «бишле»гә, ә Сафия Көҫәпҡолова, Аяз Фәтихов һәм Диана Мерәҫовалар тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.
– Дәрестәр ҡыҙыҡлы үтә. Уҡытыусылар һәйбәт. Синыф етәксебеҙ Дилара Закир ҡыҙы Йосопова менән тәрбиәсебеҙ Ләйсән Вәхит ҡыҙы Вәхитова беҙҙең өсөн икенсе әсәй һымаҡ. Бөтә һорауҙар менән дә уларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Төрлө түңәрәктәр эшләй, уларҙа рәхәтләнеп шөғөлләнәбеҙ. Күп конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайбыҙ, – ти йәш рәссамдар.
– Минең үҙемә лә улар менән эшләүе шул тиклем рәхәт. Бигерәк аҡыллы балалар йыйылған. Йәшәгән бүлмәләрендә һәр ваҡыт тәртип, өҫ-баштарын да ҡарап ҡына йөрөйҙәр. Бергәләп дәрес әҙерләйбеҙ, ял сәғәттәрендә киноға, спектаклдәргә барабыҙ. Мин үҙем «Йәйғор» бейеү түңәрәген дә етәкләйем. Яңыраҡ Рәсәй халыҡтарының «Милли мозаика» республика фестивалендә ҡатнашып, I урын алып ҡайттыҡ. «Кәкүк» бейеүен башҡарып, «Кәкүк сәйе» йолаһын да күрһәттек. Башҡорт милли аштары, костюмдары менән таныштырып, барыһын хайран итте уҡыусыларыбыҙ, – ти Ләйсән Вәхит ҡыҙы ғорурланып.
Уҡыу алдынғыһы Сафияның өлгөрлөгөнә һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡыҙ белем усағында эшләп килгән «Мираҫ» драма түңәрәгенә лә йөрөй. Һәр ваҡыт төп ролдәрҙе башҡара. Ул шиғырҙарҙы тасуири һөйләй. Китап менән бик дуҫ. Матур йырлай, баскетбол менән дә шөғөлләнә.
– Дәрестә барыһы ла әүҙем ҡатнашып ултырғас, улар менән эшләүе лә еңел. Тырыштар, уңыштары ла күп. Яңыраҡ Аяз Фәтихов, Аделина Чембарисова һәм Әмирә Даяновалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашып, ҡала этабында призёр булды. Аделинаның һүрәттәре бигерәк матур килеп сыға. Улар «Йәншишмә»лә лә донъя күреп тора. Шулай уҡ ул «Портрет» телевизион тапшырыуында төштө. Бына шундай шәп ҡыҙҙар һәм малайҙар белем ала был синыфта, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Әминева.
Гөлназ Барый ҡыҙы дәрес үткәргәндә «Йәншишмә»не йыш ҡуллана. Етенселәр киләһе йылға ла гәзиткә яҙылып ҡуйҙы. Икенсе сиректе яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Яңы йылды күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды улар.
Х. СӘЙҒӘФӘРОВА.
Өфө ҡалаһы.