– Студия асыу теләге республика конкурсынан таж кейеп ҡайтҡас барлыҡҡа килде. Сөнки был матурлыҡ бәйгеһендә үҙебеҙҙең Урал аръяғынан ҡатнашыусылар бөтөнләй юҡ икәнен күрҙем. Булған таланттарҙы үҫтерергә, баһаларға кәрәк, тигән һығымтаға килдем һәм үҙ көсөм менән балаларҙы йыйып алдым, – ти Зарина Фәрит ҡыҙы.
Йәш моделдәргә был студияға йөрөүе шул тиклем оҡшай икән. Улар дефиле, актёрлыҡ оҫталығы, фотоға төшөү, этикет, халыҡ алдында сығыш яһау буйынса дәрестәр ала. Башҡорт мәҙәниәтен, телен өйрәнеү ҙә – төп йүнәлештәрҙең береһе. Ҡайһы бер ҡыҙҙар үҙҙәрен яңы образдар тыуҙырыуҙа ла һынап ҡарай: кейемдәр тегә.
Студияға йөрөүселәр төрлө конкурстарҙа ла йыш сығыш яһай. Матурлыҡ, мода һәм креатив өлкәһендә республика, ил кимәлендә ике йыл эсендә 70-ләп еңеү яулағандар. Улар араһында «Рәсәйҙең милли матурлығы» бәйгеһенең өс амбассадоры бар. Балалар Рөстәм Ғиззәтуллин, Зәйнетдин һымаҡ билдәле йырсыларҙың музыкаль клиптарында ла төшөп өлгөргән. Хатта үҙҙәре ике йыр яҙҙырған. Әйткәндәй, студияға йөрөүселәр бер-береһен конкурент итеп тоймай, сөнки коллективта дуҫлыҡ, татыулыҡ тәрбиәләй етәксе.
Зарина Фәрит ҡыҙы бының менән генә туҡталып ҡалмаҫҡа тырыша. Әле ул райондың Йәнгел, Яңауыл ауылдарында ла студия филиалдарын асҡан, Красная Башкирияла ла буласаҡ. Сөнки һәләттәрен үҫтерергә, үҙҙәрен күрһәтергә теләүсе балалар күп.
– Йыл уңыштарға бай булды. 2026 йылды ла күмәкләп шатланып үткәрергә яҙһын. Бар гәзит уҡыусыларға тыныс күк йөҙө, ғаилә бәхете, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем, – ти Зарина Йәнбирҙина.
Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.