Уның һаулыҡ өсөн дә шифаһы ҙур. Быны врачтар ҙа, диетологтар ҙа раҫлай.
Йылҡы итендә бөтөнләй холестерин юҡ, йәғни майҙан бүленеп сыҡҡан фермент булмай.
Тимәк, йылҡы ите ашаған кеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына бирешмәй.
Ә ҡаҙыға ҡушылған һарымһаҡ һалҡын тейеүҙән һаҡлай.
Ул ғына ла түгел, аттар дарыу яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан гангрена (тәндең үлеүе, сереүе), столбняк (һеңерҙәр тартышыуы), дифтерия (балаларҙың тамаҡ сире), ботулизм (аҙыҡтан ағыуланыу) кеүек ҡурҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә.
Сығанаҡ: "Ватандаш" журналы.
Фото: Зөһрә ХӘКИМОВА.