-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Ғинуар , 09:00

Доғаларым ҡылам һәр көн һайын

Доғаларым ҡылам һәр көн һайынИҫән йөрөһөн, тип балаҡайым,

Доғаларым ҡылам һәр көн һайын
Доғаларым ҡылам һәр көн һайын

Юлдаш булһын изге теләктәрем,
Ярҙам бирсе, Раббым Аллаҡайым..

Ауырлыҡтар уны урап үтһен,
Маҡсатына балам барып етһен,
Тулы тормош менән донъя көтһөн,
Изге доғаларым ярҙам итһен...

Уңыш булһын, балам, эштәреңдә,
Бөтмәҫ көстәр артһын йөрәгеңдә,
Ныҡ тор, балам, әйткән һүҙҙәреңдә,
Ҡыйыу атла яҙмыш үрҙәренә.

Доғаларым, изге доғаларым,
Ярҙам итегеҙсе балама,
Рәхмәтле һәм Рәхимле бул, тиеп
Ялбарамын Раббым Аллама...


Фәүзиә Ҡотлогилдина.

Фото: "Даирә" төркөмө.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас