Улын махсус хәрби операцияла юғалтҡан әсәгә хәрби ведомствонан шылтыраталар. Аҡсаһын юлларға ярҙам итәбеҙ тип паспорт мәғлүмәтен алалар. Аҙаҡ аҡсағыҙҙы мутлашыусылар (мошенники) алырға маташа, тип алдап, аҡсаһын да күсертеп алалар... Шылтыратып ярҙам тәҡдим итеүселәр үҙҙәре мошенниктар булып сыға.
Шулай итеп, улын юғалтыуҙан хәсрәткә батҡан әсә 7 миллион 400 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Һаҡ булығыҙ! Шылтыратып паспорт, карта мәғлүмәтен һораусыларға ышанмағыҙ!
Сығанаҡ һәм фото: "Атайсал" төркөмө.