-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Март , 13:15

Яҙҙың беренсе көнө менән, дуҫтар!

Яҙ менән бергә йылылыҡ, яҡтылыҡ, яңы өмөттәр һәм шатлыҡлы көндәр килһен. Тиҙерәк илебеҙгә тыныслыҡ урынлашһын, Алла бирһә!

Яҙҙың беренсе көнө менән, дуҫтар!
Яҙҙың беренсе көнө менән, дуҫтар!

Һынамыштарға күҙ һалайыҡ әле.

Яҙ ерҙән быу күтәрелмәһә, иген насар ҡалҡыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Яҙ иртә күк күкрәһә, йәй ямғырлы килер.
Яҙ көнө йылғала һыу артмаһа, ашлыҡ уңмаҫ.
Яҙ көнө иретмәй, оҙаҡ туңдырып торһа, йәй ҡоро булыр.
Яҙ күк күкрәүҙән элек йәшен йәшнәһә, аслыҡ булыр.
Яҙ ташҡын шәп булһа, иген уңа.
Яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан.
Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Март сыҡмай – дәрт сыҡмай.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Март береһендә аяҙлыҡ – йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр;
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы булыр, иген уңыр.
Ҡар ағасҡа йәбешеп торһа, көн епшетер.

 Сығанаҡ һәм фото: БАШҠОРТ ТЕЛЕН ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҮҪТЕРЕҮ ОЙОШМАҺЫ

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас