-5 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Март , 09:00

Фекер

Ҡалыплашҡан әйтемдәрҙе яйына тура килтереп әйтергә яратабыҙ. Тапҡыр ҙа, матур ҙа килеп сыға.

Фекер
Фекер

Һәр хәлдә шулай кеүек инде. Әммә уларҙың күптәре мәғәнәүи яҡтан үҙгәрә-үҙгәрә килеп хатта ки аңлайышһыҙ ғына бер һүҙҙәр йыйылмаһына ла әйләнеп ҡуйған. Белеп етмәү, аңлап-төшөнөп етмәү арҡаһындалыр...

Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – халыҡ белер, тигән әйтем бар. Йәғни, изгелекте ҡысҡырмай ғына ҡыл. Балыҡ белер. Балыҡ белмәһә – халыҡ белер. Нисек итеп халыҡ белергә тейеш уны, әгәр шунда һыуҙа йөҙгән балыҡ та белә алмаһа? Ана шул халыҡ белмәһен өсөн һыуға һалына бит ул, күрһәтелмәй ҡылына. Уның маҡсаты тап шул изгелектең дә баҫалҡы ҡылынырға тейешлеген еткереүҙә беҙгә. Бында балыҡ аңһыҙ йәки халыҡ аңлы булыу сәбәпле, белмәҫкә йә белергә мөмкин тигәндә түгел бит мәғәнә. Ошо хаҡта уйланғаным бар ине. Әле бына шуның осона сығып торам. Әйтемдең дөрөҫө ошолай икән: Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә – Халик белер. Халик – Әл-Халик – Аллаһтың бер исеме. Йәғни, ҡылынған изгелекте, хатта ул йәшерен эшләнгәндә лә, Халик – Аллаһы Тәғәлә белә, ә халыҡ түгел.


МИЛӘҮШӘ ҠАҺАРМАНОВА.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас