+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
28 Мая , 06:59

Эвересты яулаған Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты

Блогер Рөстәм Нәбиевтың Эверест түбәһенә экспедицияһы тамамланды.

Эвересты яулаған Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайттыЭвересты яулаған Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты
Эвересты яулаған Рөстәм Нәбиев Өфөгә ҡайтты

"Иҫән-һау, зыян күрмәйенсә өйгә ҡайтыуым менән бәхетлемен. Илем һәм республикам өсөн ҙур еңеү булды. Экспедиция тамамланды тиһәм дә була», — тине Рөстәм.

Рөстәм 8,8 мең саҡрым юл үтеп, Эверест түбәһенә күтәрелде. Донъяла ҡулдарында ғына тауҙарға күтәрелгән беренсе һәм берҙән-бер кеше. Блогер яҡташыбыҙ экспедицияға быйыл апрель башында юлланғайны.

Биш йылда яҡташыбыҙ Эльбрустың ике түбәһен (5642 метр /5621 метр), Мөхәббәт түбәһен (2124 метр), Манаслу (8163 метр), Арарат (5165 метр), Казбек (5033метр), Килиманджаро (5895 метр), Аконкагуа (6962 метр) һәм Ирәмәл (1589 метр) тауҙарын яулаған.

Сығанаҡ һәм фото: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас