

– Һеҙ уны барығыҙ ҙа беләһегеҙ, таныштырыу кәрәге юҡ. Ул 12 йыл хакимиәт башлығы булып эшләй. Биш йыл – Бөрйән районы һәм ете йыл Хәйбулла районы менән етәкселек итте, был эште уңышлы һәм әүҙем башҡарҙы. Хәҙер Өфөгә бер аҙ энергия бирергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙ был энергияһыҙ һайлау кампанияһына инә алмайбыҙ, сөнки ул еңел булмаясаҡ, Ҡала советы һайланасаҡ. Ҙур хужалыҡ, уны ҡарарға кәрәк, – тине республика Башлығы.
Рөстәм Шәрипов 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған, БДУ-ның Сибай институтын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2000 йылда өсөнсө разрядлы маляр булып башлай, 2010 йылда Бөрйән районы хакимиәтенә иҡтисад бүлегенең төп иҡтисадсыһы булып килә. Ике йылдан һуң муниципалитетҡа етәкселек итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.