

"Төркөмдөң эше – алтаҡталарҙа, ваҡытлы матбуғатта, киң мәғлүмәт сараларында, документтарҙа, хоҡуҡи норматив ҡулланылыштағы яҙмаларҙа башҡорт телен дөрөҫ файҙаланыу, башҡортса дөрөҫ яҙыу мәсьәләләре буйынса даими эш алып барыу. Кәрәк урындарҙа хаталарҙы төҙәтеү.
Тәржемә эше еңелдән түгел. Бигерәк тә бөгөн. Сит телдәрҙән заманса технологияларға бәйле яңы һүҙҙәр килеп инә. Уларҙы нисек тәржемә итәбеҙ? Һүҙмә-һүҙме? Әллә мәғәнәһен аңлатҡан башҡортса яңғырашлы, тел ҡағиҙәләренә ярашлы һүҙҙәрҙе ҡулланабыҙмы? Бына ошолар хаҡында ла беҙ һүҙ генә түгел, даими эш алып барырға бурыслыбыҙ.
Яңы кибеттәр, яңы офистар барлыҡҡа килә, торараҡ яңы алтаҡталар эленә. Йәнә лә хата өҫтөнә хата өҫтәлә. “Башҡорт теленең орфография һүҙлеге” бар. Интернет селтәрендә лә уларҙы табырға була, әммә уларҙа ла хаталар юҡ түгел. Әйҙәгеҙ, фекер алышайыҡ", - тип яҙа үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендә Лариса Абдуллина.
Сығанаҡ һәм фото: Лариса Абдуллинаның "Бәйләнештә" социаль селтәренән алынды.