+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Төрлөһөнән
29 Июнь , 21:00

Һалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиға

Беҙҙең ауылда һалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиға.  Румил улымды ауылдаштарыбыҙ әрме хеҙмәтенә оҙатты. 

Һалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиғаҺалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиға
Һалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиға

 Һалдат оҙатыу, берҙән, байрам итеп ойошторола, шул уҡ ваҡытта, ул - һағышлы ла, ә буласаҡ һалдат өсөн яуаплылыҡ. Был ваҡиғаға ауылдаштар тарафынан электән айырым мөнәсәбәт бар. Ғәҙәттә, ауыл клубында хәрби хеҙмәткә юлланасаҡ егеттәрҙе саҡырып, улар ҡатнашлығында сара үтә. Датаһы билдәле булғас, туғандар йыйылып табын ойоштороп үҙҙәренең фатихаһын бирә, ҡорбан да салына хәленә һәм мәленә ҡарап. Был мәжлескә ауылдаштар ҙа йыйыла, тик улар саҡырылып бармай, һалдат оҙатыуҙы һәр кем үҙенең бурысы тип һанап бара. Һәр әсәнең, атаның улдары был юлды үткән йәки үтәсәк, шуға күрә был осраҡта бер кем дә битарафлыҡ күрһәтмәй. Һалдатты оҙатышыу ата-әсәгә лә терәк була. Барып оҙата алмағандар ауыл чатында булһа ла теләктәрен еткерә. Кискә йәш егеттең дуҫтары йыйыла, ғәҙәттә, һалдат итеген кейгән өлкәнерәк егеттәр (ағайҙар) айырым ғына һөйләшеп алырға ла форсатын таба, йәш егеткә кәңәш-төңәштәрен әйтә. Киләсәктә ошо йәш егеттәр үҙҙәре лә әрменән йөрөп ҡайтҡас, ағайҙары кеүек, буласаҡ һалдаттарға кәңәштәрен бирәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы күренеш, беҙҙең ауылда ир-егеттәрҙең быуындар араһындағы ҡарап торор күҙгә күренмәгән яҡын бәйләнеше бар. Өлкәнерәк ағайҙар (ағайҙар тигәндә туған ғына түгел, ауылдаш ағайҙар тураһында) үҙҙәренән бәләкәйерәктәргә юғарынан ҡарамай, тиң күреп аралаша, яҡшы яҡтан өлгө күрһәтә һәм үҫеп килгән быуын да шундай булырға тырыша.
 Һалдатҡа оҙатыуҙың көнө еткәс, ауылдаштарҙың олоһо-кесеһе, туғандары, дуҫтары таң менән ауыл буйлап гармунда уйнап йә музыка уйнатып, йырҙар йырлап ауыл осона тиклем егетте йәйәүләп оҙата. Ауыл осонда буласаҡ һалдат ҡайынға менеп яулыҡ бәйләй, төшкән мәлендә ерҙә уны егеттәр тотоп, күтәреп алып һауаға ырғытҡандан һуң ергә баҫтыралар. Ул яулыҡтарҙың күбеһе хәҙер уңып бөткән, әммә йыл һайын улар сафына яңы сағыу яулыҡ өҫтәлеп тора. Ауыл осондағы ҡайынға яулыҡ бәйләнгәс, артабан кемдәр теләй, машиналарға тейәлеп район үҙәге Асҡарға хәрби коммисариатҡа юллана.
 Бындай күңел йылыһы менән әрмегә юлланған егеттәр һынатмай. Ғөмүмән, беҙҙең ауыл егеттәре тыуғандан алып үҙҙәренең Герой Таһир Күсемов ауылдашы икәнен белеп үҫә. Быны белеү генә лә уларҙы ниндәйҙер киңлектәргә әйҙәй, ниндәйҙер насар аҙымдарҙан сикләй.
 Ошондай уҡ күңел йылыһын күңеленә һеңдереп Румил улым да әрме хеҙмәтенә юлланды. Ул да ауыл осондағы ҡайынға үҙенең яулығын бәйләгән. Яулыҡтарҙың һаны бихисап, әммә әле иң яңыһы, иң сағыуы - Румил улымдыҡы. Ул яулыҡ ямғыр-ҡарға, йәйге селләгә лә, ҡышҡы селләгә лә бирешмәй, елгә елберҙәп Румилдең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп аласаҡ, Алла бойорһа. 
 Ауыл осондағы ҡайын тарихына килгәндә, уға тәүге яулыҡ бәйләнгәнгә сирек быуаттан ашыу ваҡыт үткәндер, уны күршем Наил Сәғәҙәтов бәйләй һәм яулыҡ бәйләү изге бер йолаға әйләнеп китә. Ул осорҙа Румилдең атаһы менән әсәһе яҡынса әлеге үҙе һымаҡ йәштә булғандыр. Ошо урында Румилдың атаһы Фәнзил Әхтәмов тураһында яҙып китмәһәм хилаф булыр. Ул йәш быуынға өлгө алырлыҡ, ғорурланырлыҡ ир уҙаман. Әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнаша, иң тәүге мобилизация менән алынған, хәҙер юғары наградаларға лайыҡ яугир. Шулай уҡ Фәнзил ҡусты - Чечнялағы хәрби хәрәкәттәр ветераны. Беҙ уның имен-аман әйләнеп ҡайтыуын, тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләйбеҙ. Ә улы Румилдең хәрби хеҙмәткә тыныс ергә эләгеп, унда яҡын дуҫтар табып, яҡшы командирҙарға эләгеп, һалдат итегенең ауырлығын тоймайынса, лайыҡлы хеҙмәт итеп имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ! Аҡ юл һиңә, һалдат!

 Сығанаҡ һәм фото:  Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшинаның "БӘЙЛӘНЕШТӘ" социаль селтәренән.

 

Һалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиға
Һалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиға
Һалдат оҙатыу — үҙе бер ваҡиға
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас