

Ниҙер әйтеп миңә йылмайҙы.
Иртән уянғанда күҙҙәремә,
Һағыш тулы йәштәр тулғайны.
Әсәй-әсәкәйем, иң ҡәҙерлем,
Күҙ йәше тулы һағыштарым.
Фотоһүрәтеңде һағынғанда,
Ҡулдарыма алып ҡарайым.
Бөгөн әсәйемде төштә күрҙем,
Иҫтәремә төштө бала саҡ.
Һәр ваҡытта йомшаҡ һүҙле булдың,
Ҡаты бәрелмәнең бер ҡасан.
Ауыр һүҙҙәр әйтмәй үҫтергәнгә,
Үҙемдә бит йомшаҡ күңелле.
Һин өйрәткән һәр бер кәңәшең,
Тормош юлдарымда кәрәкте.
Бөгөн әсәйемде төштә күрҙем,
Атайым да иҫән, йәш әле...
Ғүмер уҙған һайын әле лә бит,
Улар һаман миңә ҡәҙерле.
Иң яратҡан яҡын кешеләрем,
Рәхмәт һеҙгә бар(ы)һы өсөн дә.
Һеҙ йөрөгөҙ әүәлгәсә татыу,
Ожмах баҡсалары эсендә.
Фәниә СЫҢҒЫҘОВА (Мөхәмәтшина).
Әсәйҙе төштә күреү һәм күңел һағышы тураһында
Кеше йөрәге әсәй һөйөүе менән үҫә, нығына, тормош юлын өйрәнә. Әсәй — Аллаһ Тәғәлә биргән иң бөйөк ниғмәттәрҙең береһе.
Күптәребеҙгә яҡын кешеләребеҙҙе төштә күреү — күңелгә килгән һағыныуҙың, мөхәббәттең һәм хәтирәләрҙең сағылышы. Был мәлдәрҙә йөрәк йомшара, күҙгә йәш килә.
Ислам беҙҙе һәр ваҡыт бер нәмәгә өйрәтә: бөтә нәмә Аллаһтың ҡөҙрәте менән була, ә вафат булған яҡындарыбыҙ өсөн иң изге эш — доға ҡылыу, истиғфар әйтеү һәм изге ғәмәлдәребеҙҙең сауабын бағышлау.
Әсәй — ожмахтың ишеге, тигән Пәйғәмбәребеҙ. Уға ихтирам, рәхмәт һәм доға — беҙҙең бурыс.
Шуға күрә әсәйебеҙҙе хәтергә алғанда, уны һағынғанда:
уның өсөн доға ҡылайыҡ,
Ҡөрьән уҡыйыҡ,
уның исеменән саҙаҡа ҡылайыҡ.
Аллаһ Тәғәлә әсәйҙәребеҙҙе үҙ рәхмәтенә алһын, тереләренә — сәләмәтлек, оҙон ғүмер бирһен, вафат булғандарына — ожмах насип итһен.
Сығанаҡ: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе
Фото: З. ХӘКИМОВА.