

Кеше һәр ваҡыт тормошонан ҡәнәғәт булмаһа:
Финанс хәле насарлана, аҡса еңел килмәй. Кешеләр менән мөнәсәбәте көсөргәнешләнә.
Һаулығы насарая, йөҙө яҡтылығын юғалта.
Ҡөрьәндең 13-сө сүрәһенең 11 аятында: «Аллаһ кешеләрҙең хәлен, улар үҙҙәрен үҙгәрткәнсе, үҙгәртмәй», – тиелә. Ә тормоштан ҡәнәғәт булыу – көс ул!
✅Әгәр ҙә яҙмышыңды ҡабул итеп, рәхмәтле булһаң:
✅Көтөлмәгән ерҙән аҡса килә.
✅Кешеләр һинең яҡшы кеше булыуыңды тойоп, һиңә тартыла.
✅Көс-ғәйрәтең ташып тора, йәнең тыныс була. Үҙеңде үҙгәртеүҙе ниҙән башларға?
1. Һәр көн иртән көнөңдө «Әлхәмдүлллилләһ» тип башла.
2. Ҡыуаныслы яңылыҡтарға ла, ҡуйған һынауҙарға ла көн һайын рәхмәтле бул.
3. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма, һәр кемгә яҙмыш алдан билдәләнгән. Тирмиҙи риүәйәт иткән бер хәҙистә: «Раббың биргән менән ҡәнәғәт бул — иң бай кешеләрҙән булырһың», – тиелә. Тормошоңдан ҡәнәғәт булыу көсһөҙлөк түгел, ә имандың иң юғары дәрәжәһе. Ошоларҙы ғәҙәтеңә әйләндер, нисек итеп тормошоң үҙгәреүен күрерһең.