+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
10 Июля , 12:35

Туғаныңды рәнйетеүҙән һаҡлан!

Элекке замандарҙа мосолмандар бергә йыйылып доға ҡылыр алдынан, имам кешеләргә мөрәжәғәт итеп:— Арабыҙҙа туғандарын рәнйеткән кешеләр булһа, сығып китегеҙ! Беҙ хәҙер Раббыбыҙға доға ҡылабыҙ. Туғандарын рәнйеткән кешеләргә күк ҡапҡалары ябыҡ! — тип әйтә торған булған.

Туғаныңды рәнйетеүҙән һаҡлан!Туғаныңды рәнйетеүҙән һаҡлан!
Туғаныңды рәнйетеүҙән һаҡлан!

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд  әйткән:

«Туғанлыҡ — Аллаһ Тәғәләнең Ғәрешенә бәйләнгән. Ул: “Кем мине тоташтырһа, Аллаһ уны тоташтырыр. Кем мине өҙһә, Аллаһ уны өҙөр”, — тип әйтә»
(Мөслим риүәйәте).

Туғанлыҡ ептәре — Аллаһ биргән ҙур ниғмәт. Шуға күрә, үпкә, асыу менән араларҙы өҙөү ҙә, туғанды рәнйетеү ҙә ҙур хата.

 Йә Раббыбыҙ Аллаһ!
Беҙҙе туғандарыбыҙҙы рәнйетеүҙән, туғанлыҡ ептәрен өҙөүҙән һаҡла. Йөрәктәребеҙгә мөхәббәт, сабырлыҡ һәм ғәфү итеү хисе бир.

Әмин.

Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас