+30 °С
Ясно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
17 Июля , 02:00

Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!

Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын, Раббыбыҙ беҙҙе үҙенең рәхмәтенән һәм мәрхәмәтенән ташламаһын, беҙҙең белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-хаталарыбыҙҙы ярлыҡаһын.

Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!
Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын!

Илдәребеҙ тыныс, йорт-ҡураларыбыҙ имен булһын, ризыҡтарыбыҙ мул булып, тулы ғаилә бәхетенә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Һуғыш-ғәрәсәттәр туҡтап, ил башлыҡтары үҙ-ара килешеп, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Барлыҡ изге уй-теләктәребеҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ. Әмин.

Йома көнөнөң сөннәттәре һәм әҙәптәре

 Йома намаҙы алдынан ғөсөл алыу;
 тырнаҡтарҙы ҡырҡыу;
 мисүәк менән ауыҙ ҡыуышлығын таҙартыу;
 таҙа һәм матур кейем кейеү;
 хуш еҫле мисек (әтер) һөртөнөү;
 мәсеткә иртәрәк барыу;
 имам-хатипҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ сафтан урын алыу. Әммә һуңлап килгән кешегә, алдан килгәндәрҙе этеп-төртөп, алғы сафҡа үтергә тырышыу килешмәй;
 имам-хатиптың йома хөтбәһен (вәғәзен) өндәшмәйенсә, иғтибар менән тыңлау;
 Аллаһҡа ихлас доғалар ҡылыу;
 Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә күберәк салауат-сәләмдәр әйтеү.

Был әҙәптәрҙе уҡып сығыу ғына етмәй. Иң мөһиме — уларҙы тормошта ғәмәлгә ашырыу. Шулай уҡ был хаҡта дин ҡәрҙәштәрегеҙгә лә иҫкә төшөрһәгеҙ, ин шәә Аллаһ, әжерен дә, файҙаһын да күрерһегеҙ.

 Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас