

Малайҙың күҙәтеүҙәренән күренеүенсә, ҡабаҡ ҡайһы бер көндәрҙе алты килограмға тиклем артҡан.
Бәләкәйҙән яҡындарына баҡса эштәрендә булышырға яратҡан Богдан быйыл социаль селтәрҙәрҙә гигант-йәшелсәләр үҫтереүсе блогерҙың сәхифәһен күреп ҡала һәм уның да күңелендә ошондай теләк уяна. Яҙғы сәсеү эштәре башланыу менән ул ышаныслы кешеләрҙән орлоҡтар һатып алып, ҡабаҡ, көнбағыштар сәсә. Һыу һибеп, тәрбиәләп торғас, һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй.
Богдандың көнбағыштары 3 метрҙан ашып киткән, ә уларҙың эшләпәләренең диаметры 50 сантиметрға еткән. Ә иң ҙур ҡабағы 190 килограмм тартҡан.
-Химияны бөтөнләй ҡулланмайым, тупраҡта булған ябай ашламалар һәм азот, кальций селитраһы, магний сульфаты менән генә туҡландырҙым, - ти уңған малай.
Бәләкәйҙән үк баҡса эше менән ҡыҙыҡһынып, мул уңыш алған Богдандан киләсәктә шәп агроном сығыр әле!
Сығанаҡ: gtrkrb.ru
Фото: bashkiriya-news