

Шәп егеттәр 18 йәшлек тыуған көндәрендә төйәктәренә бүләк яһаны – «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнашып ағас ултыртҡандар. Денис менән Данис Инйәр ауылынан, әле Башҡорт иҡтисад-хоҡуҡ колледжының III курсында уҡыйҙар.
Малайҙарға 11 йәш булғанда режиссёр Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмында төшөргә насип була. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән кино. Фильмға төшөрөү ере нәҡ Инйәр буйында бара һәм малайҙар өсөн был ысын мажараға әйләнә.
Кешеләрҙең тыуған төйәктәре өсөн изге эштәр башҡарырға ынтылыуҙары – бик матур күренеш. Бына шулай Денис менән Данис бөгөн республиканың киләсәгенә үҙ өлөштәрен индереп, экологик акцияла ҡатнашыуҙары һоҡландыра.
Сығанаҡ һәм фото: Газета «Урал»/«Урал» гәзите