+11 °С
Облачно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
10 Октября , 21:55

Диндә ҡатын-ҡыҙҙарға алҡа тағырға яраймы?

Һорауҙарға Булат хәҙрәт Мөбәрәков яуап бирә. - Исламда бының бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарға алҡа тағырға ла, бының өсөн ҡолаҡ тиштерергә лә рөхсәт ителә. Сөнки алҡа — ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйбере.

Добавить в предпочтительные источники Google
Диндә ҡатын-ҡыҙҙарға алҡа тағырға яраймы?Диндә ҡатын-ҡыҙҙарға алҡа тағырға яраймы?
Диндә ҡатын-ҡыҙҙарға алҡа тағырға яраймы?

тәбиғи хәл. Әгәр биҙәнеү шәриғәт рөхсәт иткән сиктәрҙә булһа, Ислам быны тыймай. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙ үҙенең матурлығын иң элек ире өсөн һаҡларға һәм уны сит ир-аттарға күрһәтеп йөрөмәҫкә тейеш.

– Хәҙер алҡаны ирҙәр ҙә таға. Уныһы тыйыламы?

– Ислам — фитрәт дине. Фитрәт — Аллаһ тарафынан кешегә һалынған тәбиғи һәләт. Ҡатын-ҡыҙҙың да, ир-аттың да үҙенә хас тәбиғи сифаттары бар. Был айырмалыҡтарҙы юҡҡа сығарырға йәки белә тороп боҙорға ярамай.

Ир-аттарға алҡа тағыу ике сәбәп арҡаһында рөхсәт ителмәй. Беренсенән, был ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшарға тырышыу тип һанала, ә Исламда ир-аттарҙың ҡатын-ҡыҙҙарға оҡшауы тыйыла. Икенсенән, алҡа — ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйбере. Шуға күрә ул ир-аттың тәбиғи ҡиәфәтенә тап килмәй.

Был һүҙҙәр ир-атҡа үҙен ҡарарға йәки матур күренергә ярамай тигәнде аңлатмай. Ир-ат та таҙа һәм бөхтә булырға тейеш. Ул матур, шәриғәт рөхсәт иткән кейем кейә һәм хушбуй ҡуллана ала. Ләкин алҡа ир-аттар өсөн рөхсәт ителгән биҙәнеү әйберҙәренә инмәй.

– Ә танауға, кендеккә алҡа тағырға яраймы?

– Ул ҡатын-ҡыҙҙарға ғына һәм билдәле шарттар үтәлгәндә рөхсәт ителә. Бында иң мөһиме — уның йәмғиәттә ниндәй мәғәнәгә эйә булыуы. Ул башҡа диндең билдәһе, сит дини йоланың бер өлөшө йәки кешенең шул дин вәкиле икәнен күрһәтеүсе билдә булырға тейеш түгел.

Бында урындағы ғөрөф-ғәҙәт тә иҫәпкә алына. Әйтәйек, билдәле бер төбәктә танауға алҡа тағыу ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ғәҙәти биҙәнеү рәүеше булып һаналһа һәм ул сит дин йәки ниндәй ҙә булһа идеология менән бәйле булмаһа, бындай биҙәнеүгә рөхсәт ителә.

Бер ҡолаҡҡа ике йәки өс алҡа тағыуға ла шул уҡ ҡағиҙәләр ҡағыла. Әлбиттә, тәнде тиштереү һаулыҡҡа зыян килтермәҫкә тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ҙа үҙенең матурлығын сит ир-аттарға күрһәтеп йөрөмәҫкә тейеш.

Ошо шарттар үтәлгәндә, бындай биҙәнеү тыйылмай.

 Сығанаҡ һәм фото: Байыш биләмә мосолмандары берләшмәһе.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас