Балалар өсөн "Полярис. Юпитер планетаһының серҙәре" тип аталған мауыҡтырғыс, фәһемле программа әҙерләнгәйне. Юпитерҙың ни өсөн Ҡояш системаһының гиганты тип йөрөтөлөүен, уның ниндәй юлдаштары булыуын, ҙур ҡыҙыл таптың нимә аңлатыуын һәм тағы ла әллә күпме ҡыҙыҡлы, ғәжәйеп хәлдәр, факттар тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы уҡыусылар. Ә инде мәғлүмәттәрҙең йондоҙло күк көмбәҙе аҫтында еткерелеүе быға тағы ла тылсым өҫтәгәндәй тойолдо. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә йыһан киңлегендә итеп хис итте.
Күк йөҙө есемдәре менән танышып, планеталар тураһында йәнһүрәт ҡарап, сәйәхәттән ҡәнәғәт ҡалып ҡайтты икенселәр. Ә алда уларҙы мауыҡтырғыс каникул көндәре көтә.