-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәжрибә
12 Апрель 2019, 16:37

Мәктәптән үк университетҡа әҙерләнәләр

Өфө дәүләт нефть техник университетында 2017 йылдан үҙенсәлекле стратегик проект тормошҡа ашырылып ки­лә. Ул мәктәптәр, юғары уҡыу йортона тиклемге үҙәктәр ме­нән әүҙем бәйләнеш алып барыу, буласаҡ абитуриенттарҙы университет эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙы үҙ эсенә ала.

– Беҙ уҡыусылар өсөн ниндәйҙер күңелһеҙ лекциялар, аудиторияларҙа дәрестәр үткәрмәйбеҙ, геология, геофизиканы танып-белеү уйын рәүешендә алып барыла. Әлбиттә, бының өсөн айырым әҙерлек кәрәк. Шулай ҙа балаларға аңлайышлы, ҡыҙыҡтырырлыҡ булһын өсөн ҡулдан килгәнсә тырышабыҙ.

Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә күренә башланы инде. Тау-нефть факультетына уҡырға инеүселәр һаны артты. Оҙаҡламай был проект сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университетының НК «РуссНефть» фәнни-белем биреү үҙәген асырға йыйынабыҙ. Уны беҙгә партнёрыбыҙ – НК «РуссНефть» булдырырға ярҙам итәсәк. Әлеге үҙәк белем биреү, фәнни эшмәкәрлек өлкәһен яңыртыуға юл асасаҡ, – ти уҡыу йортоноң тау-нефть факультеты деканы Александр Иванович Могучев.

Ысынлап та, беҙгә өлкән синыф уҡыусылары өсөн бик мауыҡтырғыс саралар үткәрелеүенә үҙебеҙгә лә шаһит булырға тура килде. Шундай инженер квест-уйындарының береһе «Ҡырағай көнбайыш» тип аталды. Бында ваҡиғалар бик ҡырағай бер геологик ҡалала бара. Уның мэры Топастың нәҫелендә лә индеецтар ҡаны бар. Яңыраҡ ҡына был төбәктә геологтар һәм геофизиктар иң ҙур алтын ятҡылығын тапҡан. Был хаҡта ошо ерҙә көн күреүсе халыҡ ҡына белә. Әлеге табыштың ҡайҙа икәнлеген белер өсөн төрлө һынауҙар үтеп, геологик картаны йыйырға кәрәк ине. Квестта 108-се һәм 83-сө лицей уҡыусылары туғыҙ командаға бүленеп, йәһәт кенә эшкә тотондо. «Үлемесле урын» тигәнендә һорауҙарға яуап тапһалар, «Роузи апай госпиталендә» исемлеһендә бик еңелдән булманы. Бер ҡатындың ире ҡаты сирләп киткән. Ниндәй ауырыу икәнен берәү ҙә белмәй. Ҡыҙҙар, егеттәргә уны асыҡлар өсөн бирелгән шифрлы графикты сисергә кәрәк ине. Күптәр оҙаҡ ҡына маташты. Ба­рыбер асыҡланылар, халько-гастрит тигән ауырыу булып сыҡты. «Шахта», «Полиция биләмәһе», «Усаҡ янында йыр», «Оджибве ҡәбиләһе», «Saloon», «Брауновтар ғаиләһе плантацияһы» ла береһенән-береһе үҙенсәлекле ине.

– Аҡыл айыҡлығын тикшергән «Saloon» һынауы бигерәк тә оҡшаны. Унда төрлө һорауҙарға яуап бирҙек. Дөйөм алғанда, уйын бик мауыҡтырғыс килеп сыҡты, – ти 83-сө гимназиянан Әмир Нуруллин.

Уйында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификаттар бирелде, ә еңеүсе командаларға тау-нефть факультетының дипломдары, иҫтәлекле приздар тапшырылды.

Бында ҡатнашып балалар сағыу тәьҫораттар ғына алып ҡалманы, факультет деканының һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо уҡыу йортона уҡырға ингән ваҡытта (кем менәндер балдары тигеҙ булған саҡта) был квестта ҡатнашыусы абитуриент өҫтөнлөк менән дә файҙаланасаҡ.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: