-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәжрибә
13 Сентябрь 2019, 16:27

Үҫешкә, уңышҡа илткән юлдар

«Мәғариф» милли проектына ярашлы, Башҡортостандың бәләкәй ҡалаларында һәм ауыл мәктәптәрендә лә һанлы, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса өҫтәмә белем биреү үҙәктәре төҙөләсәк. 2024 йылда уларҙа 350 мең самаһы бала шөғөлләнеүе көтөлә. Әйткәндәй, быйыл 133 «Үҫеш нөктәһе» үҙәге асыласаҡ, бының өсөн 212 миллион һум тотоноласаҡ.

– Уҡыу йылын ҡыуаныслы ваҡиғалар менән башлап ебәрҙек. Мәктәбебеҙҙең ике ҙур проектта ҡатнашыуы беҙҙең өсөн бигерәк тә оло мәртәбә, – ти Миндәктәге 6-се мәктәптең директоры Гүзәл Илһамова.

Был белем усағында «Һәр баланың уңышы» федераль проектына ҡушылып, уҡыусыларға физкультура дәрестәре һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлы шарттар тыу­ҙырыла. Яңыраҡ ҡына спорт залына капиталь ремонт үткәрелгән, матди-техник базаһы яңыртыла. Белем усағы етәксеһе әйтеүенсә, ҡыҙҙар һәм егеттәр волейбол, өҫтәл теннисы, еңел атлетика, баскетбол буйынса район, республика ярыштарында ҡатнашып, һәйбәт күр­һәткестәргә лә өлгәшә. ГТО нормаларын тапшырыу буйынса алтын һәм көмөш билдәһе алыу­сылар, уңыштары өсөн ял лагерына юллама менән бүләкләнеүсе балалар ҙа бар.

6-сы мәктәптәге икенсе яңылыҡ – уларҙа һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге «Үҫеш нөктәһе» үҙәген булдырыу буйынса ла эштәр алып барыла. Был йәһәттән федераль һәм республика ҡаҙналарынан 1 миллион 600 һум аҡса бүленеп, ике бүлмә асыуға әҙерләнә. Беренсеһе уҡыусыларға дәрестәр, өҫтәмә шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән. Гүзәл Рәсих ҡыҙы белдереүенсә, бында балалар тормош хәүеф­һеҙлеге нигеҙҙәре, информатика, технология дәрестәрен яңыса уҡыясаҡ, медицина белеме аласаҡ, виртуаль ысынбарлыҡты ла беләсәк, квадракоп­тер, 3D-принтерҙар менән эшләргә лә өйрәнәсәк. Уҡытыусылар ҙа Екатеринбург ҡалаһында махсус әҙерлек үткән.

Ә икенсе бүлмә – дәрестән тыш эшмәкәрлек өсөн. Ул бер нисә биләмәне үҙ эсенә ала. Шахмат буйынса балаларға тәнәфес ваҡытында ла уйнау, турнирҙар ойоштороу мөмкинлеге бирелә. Медиа биләмәлә интернет селтәре аша аралашып булһа, конференция залында төрлө саралар үткәреү ҡарала.

Быйыл Миндәктәге 6-се мәктәптә 202 бала белем ала. Төрлө бәйге-ярыштарҙа һынатмайҙар, призлы урындар яулап торалар. Бигерәк тә ҡыҙҙар һәм малайҙар Юрий Гагарин кубогына олимпиадала, математик турнирҙарҙа, «Тере классика» конкурсында әүҙем ҡатнаша. Белем усағында «Һәр баланың уңышы», «Үҫеш нөктәһе» проекттары сиктәрендә уҡыу, синыфтан тыш шөғөлләнеү, үҙеңде үҫтереү өсөн уңайлыҡтар булдырылыуы тағы ла юғарыраҡ уңыштарға ирешергә ярҙам итер, тип ышаналар. Бик хуп!
Читайте нас: