-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәжрибә
30 Октябрь , 13:03

Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә

28 октябрҙән 1 ноябргә тиклем баш ҡалабыҙҙа “Мин – йәш Шәһитсе” медиамәктәбе эшләй. Проект “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы тарафынан (баш мөхәррире – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, журналист Лариса Абдуллина) Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә
Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә

Гәзит-журналдарға әүҙем яҙышып торған 32 уҡыусы республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар башҡорт телендә мәҡәләләр, әкиәттәр яҙыу буйынса белемен камиллаштыра, ваҡиғаларҙы видеоға төшөрөргә һәм монтаж эшләргә өйрәнә.

Әлбиттә, балалар төрлө мәҙәни объекттарға ла йөрөй. Театрҙар, музейҙар, һәйкәлдәр, “Китап” магазины, Матбуғат йорто...

Башҡортостан Журналистар союзы менән берлектә йәш ҡәләм оҫталарын әҙерләгән мәктәптә уҡыусыларға "Йәш Шәһитсе" танытмаһы тапшырылды ла инде. Әле балалар һәр күргәнен үҙҙәренең социаль селтәрҙәренә теркәп бара.

Уҡыуҙың икенсе көнөндә “Китап” магазинында, мәҫәлән, журналистар менән осрашыу булды. “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите хеҙмәткәрҙәре килде.

Йыйылған балалар араһында беҙҙең гәзитте алырыусылар, үҙҙәре яҙышып тороусылар ҙа бар. Күптәрен йөҙгә танып беләбеҙ инде. Уларға баҫмабыҙ хаҡында һөйләнек, тарихы һәм хәҙергеһе менән таныштырҙыҡ. Уҡыусыларҙан һорауҙар яуҙы ғына. Ниңә гәзит “Йәншишмә” тип атала? Редакцияла нисә кеше эшләй? һ. б.

Видеояҙмала дуҫыбыҙ Зөлхизә Йосопова тәъҫораттары менән бүлешә.

Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә
Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә
Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә
Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә
Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә
Йәш хәбәрселәр һәм блогерҙар – Өфөлә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: