-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Табип кәңәш бирә
10 Ноябрь 2021, 09:25

Һыҙыҡтар нимәне аңлата?

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, теш пастаһының тышлығында төрлө төҫтәге һыҙыҡтар бар.

Һыҙыҡтар нимәне аңлата?
Һыҙыҡтар нимәне аңлата?

Улар күпселек пасталағы химик матдәләрҙең зыянлылығын күрһәтә. Кеше шул таҫмаларға ҡарап үҙенә кәрәкле тауарҙы һайлай, ә нимәне аңлата һуң ул серле һыҙыҡтар, әйҙәгеҙ, барлап китәйек әле.

Ҡара төҫ – 100 процент химик матдәләрҙән тороусы теш пастаһы- иң зыянлыһы, уның менән теште ағартырға ғына мөмкин.

Зәңгәр төҫ – составында яҡынса 80 процент химик матдәләр булған зыянһыҙыраҡ теш таҙартҡыс. Оҙаҡ ваҡыт ҡулланылғанда пародонтоз йәки башҡа әйберҙәр килтереп сығарырға мөмкин. Шуға күрә ҡыҫҡа ваҡыт арауығында, дауалау маҡсатында ғына таҙартып алырға мөмкин.

Ҡыҙыл һыҙыҡлыһының  составында 50 процент зарарлы матдәләр. Урттары менән проблемалары булғандарға бөтөнләй бындай пастаны ҡулланырға ярамай.

Йәшел төҫтәге һыҙыҡ – тулыһынса тәбиғи продукт икәнлеген күрһәтә һәм теш табиптары тарафынан оҙаҡ ҡулланырға яраҡлы, тип тәҡдим ителә.

Белгестәр әйтеүенсә, был фараздар ғына икән. Ә ысынбарлыҡта был һыҙыҡтар теш пастаһының тышлығын яһауҙа ғына ҡулланыла һәм заказ биреүсенең теләге буйынса төрлө була ала. Ҡайһы бер етештереүселәр һатып алыусыларҙың был фекере менән таныш һәм 100 процент синтетик паста тышлығына ла йәшел һыҙыҡ ҡуялар. Шунлыҡтан теш пастаһын һайлағанда төҫлө һыҙыҡсаларға түгел, ә уның составына иғтибарлы булырға саҡыра белгестәр. Тештәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтарым!

Фото: blagovest-next.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: