Беҙҙе ауыртыу тойғоһо һаҡлап тота. «Ауыртыу – ул организмдың һаҡсы эте» тип тә әйтәләр. Әммә был фекер бөтә осраҡҡа ла ҡағылмай. Физик йәрәхәттән ауыртыу тойолмайынса ғына ла сир барлыҡҡа килгеләй. Бындай осраҡтарҙы белеү кәрәк. Ҡайһы бер халыҡтарҙа балаларҙың тәкмәс атып уйнауын тыялар. Был юҡҡа түгел. Муйындары ҡайырылмаһын, тиҙәр. Балаларҙың үҫеп-нығынып етмәгән муйын һөйәге аҙ ғына шыуып китһә лә, бик ҙур зарар тейеүе мөмкин. Физкультура дәресендә тәкмәс атыу ҡаралһа ла, был күнегеү йомшаҡ яҫы урында уҡытыусы күрһәткәнсә генә үтәлә. Кешелә ете муйын умыртҡа һөйәге бар. Бишенсе-алтынсы умыртҡа һөйәге тапҡырынан башлап, өҫтәге умыртҡа һөйәктәре эсенән ике артерия уҙып, баш мейеһенең бик мөһим өлөшөн ҡан менән тәьмин итә. Әйтеүебеҙсә, муйын умыртҡаһы физик көс тәьҫире арҡаһында аҙ ғына тайһа йә артыҡ боролһа, мейенең артҡы, оҙонса һәм урта бүлектәрендә ҡан йөрөшө сикләнә. Һөҙөмтәлә, муйын ауыртыуы бөткән кеүек булһа ла, бүтән сир билдәләре барлыҡҡа килә. Күҙ насар күреүе мөмкин, баш әйләнеүе, бөтә тән йомшарып китеүе булғылай, хәрәкәттәрҙә теүәллек бөтә. Шулай булғанда, бындай йәрәхәт алған кеше тәнтерәкләп атлай, иҫерек кеүек һөйләшә, ишетеүгә лә зарар килеүе мөмкин. Күп осраҡта был билдәләрҙең бөтәһе лә бер ваҡытта булмай. Әйткәндәрҙең береһе генә күҙәтелһә лә, муйын тайғандан булыуы мөмкин. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырыу – ҙур хата. Умыртҡа артерияһынан тейешенсә ҡан йөрөп тормаһа, һуңғараҡ иһә мейенең вегетатив нерв системаһы, эмоция һәм эске биҙҙәр өсөн яуаплы өлөшөнә лә зарар килеүе ихтимал. Бәрелеү арҡаһында баш мейеһенә ҡан һауыу осрағында ла кешенең бер ере лә ауыртмауы мөмкин. Ҡайһы саҡ бер нисә тәүлектән һуң баш ауыртып, мейе елһенеү билдәләре булғылай. Бала бер нисә көн элек башы бәрелгәнде әйтмәһә, табипҡа дөрөҫ диагноз ҡуйыу ауырлаша. Баш мейеһенә генә түгел, башҡа ағзаларға ла ҡан һауыуы бар. Аяҡ-ҡул бәрелгәндә ауыртыу беренсе минуттарҙа ғына була ла бөтә. Ауыртыуҙы һиҙә торған нерв рецепторҙары күбеһенсә тиренең өҫкө ҡатламында урынлашҡан. Һуңынан, икенсе-өсөнсө көн, ҡан һауған урындағы шешеү тамырҙарҙы ҡыҫҡанлыҡтан, уларҙың эшмәкәрлеге зарарлана. Һөҙөмтәлә, ойоуҙар, көс бөтөүҙәр, мускул фалиждары барлыҡҡа килә.
Нәсимә һәм Марат Хәйҙәровтар,
табип-неврологтар.
Фото: yandex.